ле Сибай ҡала суды был иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Билдәле булыуынса, уның водитель таныҡлығы булмай сыға, уны йыл ярым элек үк иҫерек килеш рулгә ултырған өсөн алдыра. Бынан тыш, йөк машинаһы теркәлмәгән булып сыға.
Ғәйепләнеүсе тикшереү ваҡытында үҙенең ғәйебен таный һәм ирекле рәүештә малайҙың ғаиләһенә 100 мең һум аҡса түләй.
Суд дәүләт ғәйепләүсеһе позицияһын һәм малайҙың законлы вәкиленең ҡаты яза талап итмәүен иҫәпкә алып, уны ике йылға иркенән мәхрүм итә һәм ике йыл да алты ай транспорт менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе тыя. Шулай уҡ водитель әхлаҡи зыян өсөн 1,5 миллион һум компенсация түләргә тейеш. Башҡортостан гәзитенән.