Әле ауыл халҡы уларҙың сираттағы ҡорбаны – һарыҡ кәүҙәһе янында өйөрөлгәнен видеоға төшөрөп интернетҡа һалған. Был аҙнала икенсе һарыҡ үлтерелгән, тиелә унда.
Ошо алты-ете эт бар ауыл халҡын ҡурҡытып тота, тиҙәр. Уларҙың ҡырағаймы, әллә кешеләрҙекеме икәне билдәле түгел. Моғайын, хужаһыҙҙарҙыр.
Ҡатын-ҡыҙ эттәрҙең балаға йәки кешегә тейеүенән ҡурҡа. Тиҙ арала сара күрергә кәрәк, ти улар. Ысынлап, уҫал эттәрҙең кешегә тейгәнен көткәнсе, проблеманы хәл итергә кәрәктер. Һуң булып ҡуймаҫ элек...Башҡортостан гәзитенән.