Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Октябрь 2019, 14:52

Һабын һатып... диңгеҙгә барған

Йыл башынан уҡ “Ҡояш ҡыҙы” диңгеҙгә барыу тураһында хыялланған.

Ошо ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн Саша һабын ҡайнатып, әҙерләп һатҡан һәм август башында әсәһе менән диңгеҙҙе күреп ҡайтыуға өлгәшкән.


“Даун синдромы” диагнозы ҡуйылған ҡыҙ бындай сирле булыуы менән бер ҙә килешмәй, уға иғтибар итмәй, тырышып алға бара.


Әле ул үҙе уйлап сығарған һәм теккән кейемдәрҙе моделдәрҙең подиум буйлап күрһәтеүе хаҡында хыяллана. Уның был уй-ниәтен тормошҡа ашырырға волонтерҙар ярҙам итә. Ирекмәндәр үҙенсәлекле ҡыҙға грант алып биреүҙе юллай. Ул “Сашаның хыялы” тип атала. Әле уның һөҙөмтәләре билдәле түгел.


Бәлки, киләсәктә ошо яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ынтылған ҡыҙ уйлап сығарған кейемдәр әллә ҡайһы тарафтарға билдәле булыр әле. Ваҡыт күрһәтер.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: