Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Октябрь 2019, 08:11

Йылғалар шишмәнән башлана

"Башҡортостан" гәзитенә Федоровка районы үҙәгендәге 2-се мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Дилә Әхмәрова ҡунаҡҡа килде.

Ул "Истоки" тыуған яҡты өйрәнеүселәр берекмәһендә лә шөғөлләнә. Беҙгә килеүенең сәбәбе – 2009 йылда Дим йылғаһы буйлап ойошторолған, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған әҙәби экспедицияны иҫкә алыу.


Быйыл, бөйөк әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулғанда, Дилә "Йылғалар шишмәнән башлана" тип аталған ғилми эш яҙа икән.


"Башҡортостан" гәзите ул экспедицияла ҡатнашып, киң яҡтыртып сыҡҡайны.


Уңыштар юлдаш булһын һиңә, Дилә! Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: