Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Октябрь 2019, 08:07

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте булдырылды

Милли музейҙа Башҡортостан Республикаһының Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте булдырылды. Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Азат Бадранов ҡатнашты.

Ул: "Башҡортостан Башлығы Хакимиәте тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк. Киләһе йыл беҙ тағы осрашып, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың өйрәнелеп бөтмәгән тарихын тергеҙәсәкбеҙ," – тине.


Йыйылышта республика тарихында беренсе тапҡыр юридик статуслы Башҡортостан Республикаһының Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте булдырылып, уның Уставы ҡабул ителде. Шулай уҡ Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең Советы булдырылды. Яңы ойошманың рәйесе итеп Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев һайланды.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: