Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Октябрь 2019, 23:00

Тағы ла бер фажиғә

Красноярск крайында тағы бер фажиғә. Щетинкино ауылы янында Сейба йылғаһында дамба йырылған. Ул шул тирәлә эшселәр йәшәгән будканы ағыҙып алып киткән.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, унда 13 кешенең ғүмере өҙөлгән. Тағы ла 15 кешенең яҙмышы билдәһеҙ.

Крайҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә 14 кеше зыян күргән, уларҙың өсөһө ауыр хәлдә, тип белдерәләр.

Дамба йырылыуға бәйле Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Красноярск крайы буйынса Баш идараһында оператив штаб булдырылған. Унда 50 берәмек техника, 300гә яҡын ҡотҡарыусы эшләй. Эҙләүҙәргә вертолет та ҡушылған.

Рәсәй яңылыҡтарынан.
Читайте нас: