Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Октябрь 2019, 08:06

Пенсионер ҡатындар тәгәрмәс аҫтында ҡалған...

Кисә Башҡортостанда ике ҡатынды машина тапатҡан.

Тәүге осраҡ Күмертау ҡалаһында, БАССР-ҙың 60 йыллығы урамында була. 55 йәшлек ҡатын юлды “зебра”нан үтеп бара, тик ни эшләптер 30 йәшлек “Лада Гранта” водителе уның алдында туҡтамай һәм тапата.


Икенсе осраҡ шулай уҡ кисә кис Учалы районының Туңғатар ауылында була. Был юлы тәгәрмәс аҫтына 57 йәшлек ҡатын эләгә. Уны 24 йәшлек ҡыҙ “ВАЗ-2107” автомобилендә тапай. Водитель белдереүенсә, йәйәүле юл буйынан китеп барған була, кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар ҙа булмай.

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бәхеткә күрә ике осраҡта ла ҡатындар иҫән ҡала. Улар төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.


Көҙ етеү менән йәйәүлеләрҙең тапалыу осраҡтары бигерәк йышайҙы. Юлда һәр ваҡыт һаҡ булырға кәрәк. Ғүмерегеҙ ҡәҙерле икән, яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар йәбештерегеҙ, юлды тейешле урында ғына үтегеҙ. Хәүефһеҙлек үҙебеҙҙән башлана.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: