Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Октябрь 2019, 08:09

Көҙ йәмдәре сағылды

Ауыл уңғандары алып килгән йәшелсә-емеш тиҙ һатылып бөттө. Республика көнөндә Өфөлә бер нисә урында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ысынлап та, үткән шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре баш ҡалабыҙҙың Дим биҫтәһендәге Хәҡиҡәт, Интернациональ һәм Машина төҙөүселәр урамдарында, Мушников урамы менән Баландин бульвары киҫелешкән урында, Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә Эшсе хәбәрселәр урамындағы майҙансыҡта, Затонда “Тулҡын” скверы ҡаршыһында, Спорт һарайы янында көҙгө йәрминкәләр гөрләп торҙо. Иртәнге туғыҙ тулыр-тулмаҫтан уҡ Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы Йәштәр һарайы алдына ла халыҡ ағыла башланы.

Ауыл уңғандары нимә генә кил­термәгән! Бында бер килограмм картуфты 12 һумға, кишерҙе – 20, боросто – 50, помидорҙы 60 һумға һатып алырға мөмкин ине. Балдың төрлөһөн алып ҡыуанды халыҡ, ике меңгә һатылған өс литрлыҡ йүкә балын сират тороп алдылар. Ярты литр ҡымыҙ – 70, ә бер литр көнбағыш майы 120 һумға һа­тылды. Шулай уҡ өфөләргә һәм ҡунаҡ­тарға һуған, һарымһаҡ, ҡыяр, ҡабаҡ, сөгөлдөр һымаҡ йәшелсәләр тәҡдим ителде, алманы телгә алыу артыҡ. Иң мөһиме, аҙыҡ-түлекте арзан хаҡҡа һатып алып ҡалырға мөмкинлек ҙур булды. Ҡыҫҡаһы, хәстәрлеләр ҡышҡы­лыҡҡа мул аҙыҡ запасы тупланы.


Алыҫ тип тормай Күгәрсен тарафтарынан баш ҡалабыҙға Айнур Камалетдинов иртә менән килеп еткән ине. Айнур Мансур улының һүҙҙәренә ҡа­рағанда, Күгәрсен районы ерҙәре техник культуралар, айырыуса көнбағыш үҫтереү өсөн уңайлы һанала, йылдың нисек килеүенә ҡарамаҫтан, әгәр уны ваҡытында ултыртып, химик утауҙы дөрөҫ башҡарһаң, мул уңыш алырға мөмкин. Элегерәк көнбағышты күп­мелер ваҡыт ҡыҙҙырып майын һыға торғайнылар, хәҙер майҙы һыуыҡ ысул менән алалар икән, улай иткәндә витаминдар яҡшы һаҡлана.


– Тиккә генә картуфты икенсе ик­мәккә тиңләмәйҙәр, уның өҫтәлдән өҙөлмәүенән, түрҙә булыуынан сығып шулай тигәндәр, – тип һөйләй Бөрө районында ғүмер иткән Шәрәфи Ғәләүетдинов. – Кемгә нисектер, беҙгә ҡалһа, картуф үҫтереү әллә ни мәшә­ҡәтле түгел, бары тик тырышлыҡ ҡына кәрәк. Был шөғөлгә тотоноуыбыҙға байтаҡ ваҡыт инде, киләсәктә баҡ­сабыҙҙы тағы ла иркенәйтергә уй­лайбыҙ. Файҙаһы булмаһа, Өфө тиклем Өфөгә алып килмәҫ тә инек.


Ауырғазы районының Мораҙым ауылында йәшәүсе Зөлфәт Рамаҙановтың өҫтәлендә иһә йүкә, ҡарабойҙай, сәскә балдары күп ине, үҙ сиратында, халыҡ та был урынға өйкөлөшкән.


– 2018 йыл менән сағыштырғанда быйыл балды көткәнгә ҡарағанда ла күберәк алдыҡ, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша умартасы Зөлфәт Йәүҙәт улы. – Умарталарҙы шылдырып йөрөү үҙен тулыһынса аҡлай, Ғафури райо­нының Ҡурғашлы, Ишембай районының Маҡар ауылдары эргәһендә булдыҡ. Былай йәрминкә ҡыҙыу дауам итһә, бер сәғәттән тауарымды һатып бөтә­сәкмен. Һыуһыҙ ерҙә – балыҡ, иҫәпһеҙ ерҙә байлыҡ тормаҫ, тигәндәй, һәр нәмәне һанап тороу зарур. Тапҡаныңды әрәм-шәрәм итергә ярамай.


Ул көндө ямғыр һибәләп торһа ла, йәрминкә ойошторолған майҙансыҡтар халыҡтың күплегенән умарта күсе шикелле гөжләп торҙо. Бигерәк тә өлкән йәш­тәгеләр байтаҡ ине. Йәрминкәне ойоштороусылар тарафынан әҙерлән­гән йыр-моңдо тыңлап кинәнде һәр кем. Егәрлеләр алып килгән йәшелсә-емеш йәрминкәләрҙә тиҙ һатылып бөттө. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: