Дөрөҫөн әйткәндә, журналист Азат Ғиззәтуллиндың был бүләге күптән барҙыр тип уйлай инем. Беҙ әле студент саҡта уҡ ул радио һәм телевидениелағы тапшырыуҙары, йылы тауышы, шулай уҡ мәшһүр яҙыусының ейәне булыуы менән дә билдәле ине. Уны “Башинформ” мәғлүмәт агентлығындағы хеҙмәте, көндәлек яңылыҡтары, уларҙы заманса биреүе өсөн бүләкләнеләр. “Журналист эше, бер ҡараһаң, күренмәй ҙә төҫлө, сөнки ул көндәлек мәғлүмәт, фекер еткерә, әммә әгәр улар профессиональ кимәлдә булмаһа, шунда уҡ реакция һиҙелә. Бөгөн беҙҙе бүләкләйҙәр икән, тимәк, хеҙмәтебеҙҙе баһалайҙар!” – тине Азат Ғиззәтуллин.
Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Рафиҡ Әхмәтшин да бар. Ул мәртәбәле наградаға үҙенең замана проблемаларын өйрәнеп эшләгән репортаждары өсөн лайыҡ булды. Коллегабыҙҙы журналистика хаҡында ҡыйыу, заманса фекерле әңгәмәсе тип тә беләбеҙ. Уның киң ҡоласлы ҡарашы ижадын дәүләтселек институтына бәйләһен! “Бөгөн журналистың ғына түгел, ә барыбыҙҙың да мәғлүмәт бармаҡ осонда, шуға күрә журналистың халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткереүе мөһим!” – тине Рафиҡ Үзбәк улы.
“Кызыл таң” гәзитенең сәйәсәт бүлеге мөдире Фәнүз Хәбибуллин да Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булды. Уны халыҡ сәйәси темаларҙы ғына түгел, ә иман мәсьәләләрен күтәргән журналист тип белә. Фәнүз Хәбибуллин шулай уҡ фронтовик яҙыусы Бәҙрүш Моҡамай тураһында китап та яҙған. Ошо көндәрҙә баҫма “Мир печати” нәшриәтендә донъя күрәсәк. Билдәле булыуынса, Бәҙрүш Моҡамай – Башҡортостан яҙыусыһы, сығышы менән Дүртөйлө районынан.
Рәхмәт! Быйыл был бүләкте миңә лә бирҙеләр. Башҡортостан Автономияһының 100 йыллығында, Республика көнөндә, шул дәүләтселек башында торған “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрен бүләкләү символик мәғәнәгә эйә!
Быға тиклем әйткән һүҙҙәремде тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: “Лариса Абдуллина” – ул псевдоним ғына бит ул. Ошо исемгә балаларымды ҡарашҡан әсәйем дә, ирем дә, ҡәйнәм дә, әсәһе менән командировкаларға йөрөгән, киске сараларҙан ҡалмаған улдарым да, ғүмеремә етерлек һабаҡ биргән, доғалары менән мине Күктән ҡурсалап торған нәнәйемдәр, сәфәрҙәрҙә арҡамдан һөйөп, яратып ҡалған ағинәйҙәр, кәңәштәре менән ярҙам иткән ағайҙарым, яңы һанға тип ашығып яҙып биргән мәҡәләләремде төҙәтешкән коллегаларым да хеҙмәт итә”.Башҡортостан гәзитенән.