– Күптән түгел оло байрамды – Республика көнөн билдәләнек, – тине Константин Борисович. – Башҡортостандың ҡеүәте, иҡтисад тармағындағы уңыштар, бөтә ҡаҙаныштар, һәр йәһәттән дә артабанғы үҫеш мотлаҡ рәүештә, хөрмәтле гүзәл заттар, Һеҙҙең менән туранан-тура бәйләнгән. Һәммәгеҙ ҙә лайыҡлы балалар тәрбиәләп, бик ҙур бурыс башҡараһығыҙ, изге миссия үтәйһегеҙ.
Константин Толкачев билдәләүенсә, күп балалы ғаилә – ул ысын мәғәнәһендә бәхет. Әсәйҙәр – геройҙар, әммә улар тыйнаҡ, егәрле, хәстәрлекле, ғәзиздәренең яҡты киләсәге өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләргә әҙер. Үҙ сиратында, республика етәкселеге күп балалы ғаиләләргә ярҙамды тағы ла арттырасаҡ, малайҙар һәм ҡыҙҙар күркәм тәрбиә һәм тәрән белем алһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ. Ул ҡотлау телмәрен атаҡлы яҙыусы Максим Горькийҙың “әҙәм балаһындағы бөтә яҡшылыҡ – ҡояш нурҙарынан һәм әсә һөтөнән” тигән ҡанатлы һүҙҙәре менән тамамланы.
Бүләкләнеүселәр араһында Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында ғүмер иткән Айһылыу Аҙнабаеваны күреү айырыуса шатлыҡлы ине. Ул тормош иптәше Валерик Үрген улы менән алты бала тәрбиәләй.
– Сығышым менән Күгәрсен районының Түбәнге Сирбай ауылынанмын, күрше генә ятҡан Ейәнсура районының Үрген ауылына кейәүгә сыҡтым, хәҙер иһә Иҫәнғол ауылында йәшәйбеҙ, – тип һөйләй Айһылыу Баязит ҡыҙы. – Минеңсә, күп балалы ғаиләлә үҫкәндәр тормошта ярҙамсыл, эргә-тирәгә иғтибарлы була, уларҙың күңеленә теләктәшлек тойғоһо ла кескәй саҡтан һалына. Беҙҙең ғаиләлә лә ҙур балаларыбыҙ бәләкәстәре өсөн өҙөлөп тора, һәр ваҡыт кескәйҙәргә өлөш сығарырға әҙерҙәр. Күңелле йәшәйбеҙ, бергә йыйылыу байрамға тиң.
Аҙнабаевтарҙың ғаиләһендә иң ҙуры – 13 йәшлек Нурвил, ул – Иҫәнғол 1-се мәктәбе уҡыусыһы. Унан ике йәшкә кесе Эльвина Күмертау ҡалаһының Республика башҡорт лицей-интернатында белем ала. Линара – Нурвил абзыйы шикелле Иҫәнғол мәктәбенең IV класс уҡыусыһы. Биш йәшлек Айлина менән дүрт йәшлек Вилнур Иҫәнғолдоң “Тирмәкәй” балалар баҡсаһына йөрөй, ә ике йәшлек Вилена өйҙә әсәһе янында. Айһылыу декрет ялына хәтлем балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән.
Белорет районынан килгән, биш балаға ғүмер биргән хужабикә Анна Никифорова: “Балалар – ул яҙмыш бүләге”, – ти. Эйе, яҙмыш бүләге булған ғәзиздәребеҙ иҫән-һау булһын, һәр әсәй-атайға балалар шатлығы ғына кисерергә яҙһын.Башҡортостан гәзитенән.