Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Октябрь 2019, 08:53

Йомортҡа һәм сәтләүек өсөн...

Межгорье ҡалаһындағы магазин хеҙмәткәрҙәре полицияға мөрәжәғәт иткән.

Баҡһаң, бер һатып алыусы магазин хеҙмәткәрҙәре менән әрләшергә тотонған, янай башлағандан һуң сауҙа нөктәһенән сығып киткән. Үҙе менән бер ҡап йомортҡа һәм сәтләүектәр алырға ла онотмаған. Магазин хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, клиент улар өсөн аҡса түләмәгән.


Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала был әҙәмдең кем икәнлеген асыҡлаған һәм уны тотҡан. 37 йәшлек ир үҙе менән бысаҡ та йөрөткән. Магазиндағы низағҡа килгәндә, ир сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ғәйепләй, улар уны сығырынан сығарҙы тип бара.


Был осраҡ буйынса тәртип һаҡсылары шөғөлләнә.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: