“Кеше яҙмышы” программаһында актриса алып барыусы Борис Корчевниковҡа үҙҙәренең элегерәк айырылышып ҡарауы тураһында һөйләне. Көнкүрештең ауыр булыуы уларҙың саф тойғоһона кире тәьҫир яһаған, бер-береһенә үпкәләй башлағандар һәм айырылышырға ҡарар иткәндәр.
Айырым йәшәгәндә Вера яңы тормош иптәше табырға ла ынтылып ҡараған, ләкин башҡа кешене шулай көслө ярата алмаясағын төшөнгән. “Иремә мөхәббәтем бер ҡасан да һүнмәне”, - ти ул.
Әле улар ҡыҙҙары – актриса Юлия Меньшованың Андрей һәм Таисия исемле балаларын, үҙҙәренең яратҡан ейәндәрен, тәрбиәләргә ярҙамлаша. Вера Алентованың иң данлыҡлы роле – “Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай” фильмындағы Катерина Тихомирова. “Оскар” яулаған был совет фильмының режиссеры – Владимир Меньшов. Башҡортостан гәзитенән.