Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Октябрь 2019, 08:42

Мостай Кәрим урамында үҙгәрештәр көтөлә

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Өфөлә Мостай Кәрим урамында капиталь төҙөкләндереү эштәре башланды.

Проект дүрт этапта тормошҡа ашырыла: Коммунистик урамдан Чернышевский урамына тиклем, Чернышевский урамынан Достоевский урамына тиклем, Достоевский урамынан Революцион урамға тиклем, Революцион урамдан Иван Якутов исемендәге парк биләмәһенә тиклем. Оҙонлоғо 1,2 километрҙан ашыу булған урамды ике йылда капиталь төҙөкләндереү ҡарала.


Әле подряд ойошмаһы тәүге этаптағы юл эштәрен башҡара. Унда дүрт мең квадрат метрға асфальт түшәү, ҡойма ташы, тротуар плитәһе һалыу, газон яһау, техник һыҙаттар булдырыу, ете яҡтыртҡыс бағанаһы ҡуйыу күҙаллана.


16 октябрҙән 29 ноябргә тиклем Мостай Кәрим урамының Коммунистик урамдан Иван Якутов исемендәге парк биләмәһенә тиклемге өлөшөндә транспорт хәрәкәте сикләнә. Ошоға бәйле тығындар барлыҡҡа килеүе ихтимал.


Читайте нас в