Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Октябрь 2019, 08:46

“Мине кем үлтерҙе?”

Ах, был сәнғәт донъяһы! Ғәжәп ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Яҡташыбыҙ, танылған йырсы, көлкө оҫтаһы Жәүит Шакиров үлгән тигән хәбәр таратҡандар.

Нисә көн буйы үҙенең үлмәүен иҫбат итеп арыған йырсы аптырағас, "Инстаграм"дағы битендә видеомөрәжәғәт яҙып ҡуйырға була. "Хөрмәтле дуҫтар, хөрмәтле тамашасылар, ҡәрҙәштәр! Бына дүрт көн инде телефон шылтырауынан туҡтамай. Шылтыраталар ҙа "Башҡортостанда һине үлгән тип әйтәләр, шул дөрөҫмө?" - тип һорайҙар”, - ти был хаҡта йырсы. - Бындай хәбәрҙе кем таратҡандыр, гонаһы үҙенә!

Инде телефондан яуап биреп арыным. Йәшәргә лә әле йәшәргә иҫәп. Хоҙай үҙе белә күпме ғүмер яҙғанын! Ярай, был хәбәрҙе ишеткәндә Зөлфиә янымда ине, шок хәлендә бик оҙаҡ ултырҙы! Әгәр һин өйҙә булмағанда шылтыратһалар, үлгән булыр инем, ти, ул".Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: