Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Октябрь 2019, 08:50

Кемгә һөжүм иткән бит әле...

Бер ишектән инеп, бер баҫҡыстан менеп, гел осрашып йөрөгән ир нимә уйлап күрше ҡатынға һөжүм иткәндер...

Белдеме икән ул кемгә ҡул күтәргәнен – бокс буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы булған, Европа беренселегендә өс алтын миҙал алған, 2012 йылғы йәйге олимпия уйындарында көмөш миҙал яулаған Софья Очигаваға!


1 октябрҙә 32 йәшлек спортсы төндә ҡайтып килгәнендә Вадим исемле күршеһе уға ҡапыл һөжүм итә: йоҙроҡлап битенә, эсенә һуға, бысаҡ менән һелтәнә.

Ошо турала спортсы үҙе йәшәгән Мәскәү өлкәһенең Одинцов ҡалаһы полицияһына ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ярай әле, тикшереү зыян күреүсенең тән йәрәхәттәрен еңелсә тип тапҡан.


“Күрәләтә кеше ғүмеренә зыян килтереү” статьяһы буйынса ғәйепләп, һуғыш суҡмарына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлегә ир иректә, шулай ҙа бөтә хәл-ваҡиға асыҡланмайынса тороп, уға ҡаланан сығырға рөхсәт юҡ.


Күршеләре әйтеүенсә, Вадим элек тә закон менән дуҫ булмаған: бер нисә тапҡыр урлашыуҙа, мутлашыуҙа тотолған.


Ә Рәсәйҙең бокс федерацияһы, чемпионға теләктәшлек белдереп, хәлде асыҡлауҙа тәфтиш органына хеҙмәттәшлек күрһәтә башлаған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: