Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Октябрь 2019, 08:47

Битенә дезодорант һиптерә лә...

Бер ҡатындың “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, төрмәгә ултырыуы ихтимал. Ни өсөнмө? Фельдшерҙы туҡмағаны өсөн.

Хәл былайыраҡ була. Кисә Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 23 йәшлек ҡатын башы ауыртып “Ашығыс ярҙам” саҡырта.


Эше шул булғас, килә инде табип. Фатирға ингәс, унда иҫерек ир менән ҡатынды күрә. Ҡыҙ башым ауырта, тип ыңғыраша. Уны ҡарайым тиһә, егете ҡамасаулай башлай. Ул үҙен бик агрессив тота, ҡарарға бирмәй. Фельдшер бер нисә тапҡыр ҡамасауламаҫҡа һорай, тик иҫерек әҙәм тыңламай.


“Бер мәл ир фельдшерға ташлана. Ул үҙен яҡлап маташа, тик был ваҡытта ҡыҙ ҙа “ярҙамға” килә. “Сирле” ҡулына тимер таяҡ алып, фельдшерҙың башына һәм битенә һуға башлай. Ул ҡасып китә алмай, сөнки пациент уның күҙенә дезодорант һибә”, – тип аңлатма бирҙеләр был хәлгә республика буйынса Эске эштәр министрлығында.

Һуңғараҡ фатирға полицияның участка хеҙмәткәре килеп инеп кенә табипты ҡотҡара. “Ауырыу” ҡыҙ ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: