Яҡташыбыҙ унда Башҡортостан данын яҡлай. Инглиз, ҡытай телдәрендә иркен аралашҡан Аймара Марат ҡыҙы Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡыған, артабан Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. “Ярыш бик көсөргәнешле бара, 30-ҙан ашыу илдән килгәндәр, һәр береһе көслө һәм маҡсатлы”, – ти Аймара Нафиҡова. Өфө ҡыҙына уңыштар теләйек! Башҡортостан гәзитенән.