Мәҫәлән, кисё Бөйөк Британия королеваһының килене Кейт Миддлтон Пакистандың баш ҡалаһы Исламабадта колледж уҡыусылары менән осрашҡан.
Кембридж герцогының ҡатыны эш сәфәре өсөн пакистан халыҡ кейемен һайлаған. Ул “курта” тип атала, тубыҡҡа тиклем төшкән күлдәктән ғибарәт. Зәңгәр куртаны, салбарҙы һәм шарфты урындағы бренд – Maheen Khan етештергән. Ә бына аяғына Кейт Мидлтон New Look инглиз маркаһының осло туфлиҙарын кейгән. Асыҡ төҫтәге был аяҡ кейеме королева ғаиләһе ағзаһы өсөн үтә арзан, имеш: ни бары 38 доллар самаһы тора (2,5 мең һум тирәһе).
Осҡор күҙле журналистар ошо хәлде матбуғат сараларына таратыу менән бәхәс ҡупҡан: бәғзеләр “зәңгәр ҡанлы” королева ғаиләһе ағзаһына был хәл килешмәй тиһә, икенселәр уның “халыҡҡа яҡын булыуын” хуплай. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Башҡортостан гәзитенән.