Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Октябрь 2019, 08:44

700 ағас ҡурай сәскәһен хәтерләтә…

Ошо көндәрҙә экологик акцияла ҡатнашыусылар Булгаков ауылында, әле төҙөлөп ятҡан «Башспирт» заводы янындағы майҙанда, 700 төп ағас ултыртты.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, Булгаков урманының формаһы - ҡурай сәскәһе тажы рәүешендә. Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара аэропорты аша осҡанда ошо ифрат үҙенсәлекле композицияны һауанан да күҙәтергә мөмкин.

«Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ойоштороусылары ла был әһәмиәтле эштең ысынлап та алдан ентекле уйланып башҡарылғанын раҫланы.

Әйткәндәй, урманға нигеҙ һалыуҙа Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин менән бергә төрлө тармаҡ етәкселәре, республиканың алдынғы медиа вәкилдәре, шулай уҡ республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Елена Щекина ла ҡатнашты.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: