Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2019, 08:17

Шаяралар ғына!

Башҡорт юниор КВН лигаһының VII миҙгелен асыу фестивале хәтәр гөрләп үтеп китте!

14 октябрҙә иң яҡшылар исеме һәм финалдың сирегенә путёвка алыу өсөн республикабыҙҙың 22 командаһы ярышты.


Был көндө инде исемдәре күптән билдәле командалар менән бер рәттән өр-яңы шаяндар һәм шуҡтар ҙа сәхнәгә сыҡты.


Һәр команда бер нисә блокка бүленеп, урындарҙы үҙ-ара түбәндәгесә бүлеште:


I БЛОК

- 1 урын - Бер юл (Салауат районы)

- 2 урын - Мәсем йондоҙсоҡтары (Бөрйән районы)

- 3 урын - Һарыҡты кем ашаған (Ғафури районы)


II БЛОК

- 1 урын - ЖэКа (Стәрлетамаҡ)

- 2 урын - XX централ (Өфө)

- 3 урын - Арый туҡталышы (Дыуан районы)


III БЛОК

- 1 урын - Корпорация билмән (Баймаҡ районы)

- 2 урын - Башҡорттар. ru (Өфө)

- 3 урын - Ҡорт (Стәрлебаш районы)


IV БЛОК

- 1 урын- Балаяндар (Нефтекамск)

- 2 урын - Ҡаҙ тәпәйе (Борай районы)

- 3 урын - Кендек (Сибай)


Шәхси номинацияларҙа еңеүселәр:

- Иң шәп шаярыу - Мәсем йондоҙсоҡтары (Бөрйән районы)

- Иң яҡшы дебют - Ҡаҙ тәпәйе (Борай районы)

- Иң яҡшы ир-егет роле- Айнур Ситдиҡов (Балаяндар)

- Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле - Даяна Ишмөхәмәтова (Арый тукталышы)


Ә фестивалдең төп еңеүсеһе тип "Балаяндар" (Нефтекамск) командаһы табылды!


Еңеүселәр исемлегенә инмәгән түбәндәге командаларға ла рәхмәт һүҙҙәре әйтелде:

- Ялҡын (Ҡариҙел районы)

-Ҡыҙҙар. com (Өфө)

- Тик ҡыҙҙар (Учалы районы)

- Ҡорос (Әбйәлил районы)

- Замана балалары (Мәсетле районы)

- Interспорт (Өфө)

- Ок' егеттәр (Октябрьский)

- Төньяҡ амурҙары (Дыуан районы)

- Искәндәр бабай (Өфө)

- Йор үҙән (Салауат районы).

Йәшлек гәзитенән.
Читайте нас в