Өр-яңы пекарнялар һаман да асылыуын дауам итә, тимәк, конкуренция ла көсәйә. Шуғалыр ҙа, ҡала урамдарында уларға реклама яһаған, икмәк бешереүсе булып кейенгәндәрҙе йыш осратабыҙ. Ҡыҙыҡ итеп кейенеп алалар, үҙҙәренең телдәре телгә йоҡмай... Ә бының өсөн күпме аҡса алғандарын беләһегеҙме? Бер сәғәткә – 500 һум, тиҙәр. Шәп бит!
Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, шул иҫәптән оялсандар ҙа, сөнки икмәк бешереүсе кейемен кейәһең – һине берәү ҙә танымаясаҡ.Башҡортостан гәзитенән.