Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2019, 14:09

Ни тиклем ҡарараҡ, шул тиклем файҙалыраҡ

Икмәкте нисек һайларға? Көн дә өҫтәлдән өҙөлмәгән ризыҡтың дә сәләмәтлек өсөн зарарлы булыу ихтималлығын күптәр белмәйҙер. Уның составы ни тиклем ябайыраҡ, шул тиклем файҙалыраҡ, тип иҫәпләй белгестәр. Он, һыу, тоҙ - бына ошо ғәҙәти нимәләрҙән тора яҡшы икмәк.

Иң файҙалыһы - арыш икмәге.Әммә бөтә етештереүселәр ҙә вәғәҙәһендә тора тип әйтеп булмай, шуға күрә ҡаптағы яҙыуҙы ентекле уҡырға кәрәк. Тәүҙә продукттың нимәнән әҙерләнеүе күрһәтелә, аҙаҡ ниндәй өҫтәмәләр ҡушылыуы әйтелә. Икенсе сортлы ондан бешерелгән икмәк тә “лидерҙар “рәтендә.


Ҡыҙыҡ, белгестәр супермаркеттарҙағы ҡамыр ризыҡтарын һатып алырға кәңәш итмәй. Диетологтарҙың әйтеүенсә, йыш ҡына унда ярымфабрикаттарҙы ҡыҙҙырып әҙерлек кимәленә еткерәләр. Файҙалы икмәктә трансжир тип аталған матдәләр бөтөнләй булмаҫҡа тейеш.


Ҡабарып бешкән ымһындырғыс булкаларға өҫтөнлөк бирмәгеҙ, тип иҫкәртә белгестәр. Ҡамырҙағы шәкәр глюкоза кимәлен арттыра, уны кәметеү өсөн организм инсулин эшләп сығара -шул арҡала кеше йәнә асығыу тойғоһо кисерә. Бынан тыш, яһалма өҫтәмәләр менән байытылған аҡ икмәк шәкәр диабеты үҫешенә булышлыҡ итә.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: