Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2019, 11:15

Көҙ ҙә һыу баҫа икән...

Өфөлә шәхси йортто һыу баҫҡан. Яҙғы ташҡын да түгел, ҡойма ямғыр ҙа яумаған...

Баҡса ла, мөгәрәп тә һыу аҫтында ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе асыҡланған, баҡһаң, ямғыр һыуҙарын ағыҙған коллекторҙар тығылған.

Яңы Кустар урамындағы коллекторҙың селтәре сүп-сар менән тулғанлыҡтан, һыу күпләп йыйылған. Райондың коммуналь хеҙмәттәре әле таҙартыу эштәре менән мәшғүл. Йорттоң хужаларына күрелгән зыянды ҡапларҙармы, юҡмы – уныһы билдәһеҙ.

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: