Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2019, 13:30

Көтөлмәгән һөйөнөслө хәл

Кеше өсөн күп кәрәкмәй. Уны бәләкәй генә, әммә шатлыҡлы көтөлмәгән хәл дә һөйөндөрә. Күптән түгел минең үҙем менән шулай булды.

Минең пенсиям ҙур түгел. Шуға күрә ашығыс рәүештә аҡса кәрәккән саҡтар була. Ул ваҡытта банкка йәки кредит ойошмаһына барам. Бына инде өсөнсө тапҡыр «БлагоДать» кредит-ҡулланыу кооперативының Стәрлебаш участкаһынан займ алам. Ярҙам һорап сираттағы килеүемдә миңә бәхет йылмайҙы. Минең менән төҙөлгән кредит килешеүе бәхетле 1000-се һанға тура килде. Участка идарасыһы Фәрит Искәндәров ошо уңайҙан миңә сәскә гөлләмәһе һәм торт тапшырҙы. Бынан тыш, процент ставкаһын 30%ҡа кәметтеләр.

Фәрит Ғәбделхәй улы һәр ваҡыт иғтибарлы һәм ихтирамлы. Пенсия йәшендә булыуына ҡарамаҫтан, эшләүен дауам итә һәм әлеге кредит ойошмаһына мөрәжәғәт иткән һәр кемдең финанс проблемаларын хәл итергә тырыша. Менеджер Лилиә Абдуллина иң ҡулай вариантты һайлап, займ шарттарын, ҡасан һәм күпме түләргә кәрәклеген һәйбәтләп аңлата. Ул – ике ул әсәһе. Беҙҙең заманда бындай яғымлы, яҡшы күңелле кешеләрҙе осратыу һөйөнөслө.

Бер ваҡыт Фәрит Ғәбделхәй улынан кешеләргә ҡарата бындай һиҙгер мөнәсәбәттең ҡайҙан килеүе тураһында һорағайным, ул былай тип яуап бирҙе: «Беренсе сиратта ,был тәрбиәнән килә. КПСС райкомында эшләү ҙә эҙһеҙ үтмәгәндер, өсөнсөнән, кооператив директоры Ольга Фадееваның ҡәтғи талабы”.

Һөйләшеп киткәс шуны белдем, «БлагоДать» һигеҙ районда эшләй икән. Һәм директор Ольга Михайловна хеҙмәткәрҙәренән һәр клиентҡа үҙенсәлекле ҡараш талап итә.

Билдәләп үтергә кәрәк, район үҙәгендәге офис бинаһы алдында йыл әйләнәһенә таҙалыҡ һәм тәртип, йәй буйына сәскәләр үҫеп ултыра.

Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙға көтмәгәндә уңыш йылмайһын! Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә мәрхәмәтле, ярҙамсыл булайыҡ һәм тормошҡа һөйөнөп йәшәйек!

Нәсимә ШӘРӘПОВА.

Реклама хоҡуғында.
Читайте нас: