Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2019, 08:27

«@» билдәһе нимә аңлата?

«@» билдәһе урта быуаттарҙа барлыҡҡа килгән тигән фекер йөрөй. Монахтар латин теленән трактаттар тәржемә иткәндә, яҙмаларында ошо ҡойроҡло тамғаны ҡулланғандар. Ә XV быуатта испан сауҙәгәрҙәре «собачка» менән мал-тыуар ауырлығын һәм спирт миҡдарын билдәләгән.

Һуңынан был билдә бухгалтерҙарҙың иҫәп-хисабында ла күренә башлаған. Америка компанияларының береһендә почта программаларын, виртуаль почта йәшниктәрен өйрәнеүсе Рэй Помленсон 1971 йылда «собачка» тамғаһын һайлап ала. Русса был һүҙ « собачка». Кореяса «@» – әкәм- төкәмде, финса – сысҡан балаһын, ә шведса булканы аңлата.

Ҡырғыҙҙар был билдәне – маймыл, ҡаҙаҡтар –айҙың ҡолағы, белорустар – ҡусҡар тип йөрөтә.Йәшлек гәзитенән.
Читайте нас: