Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2019, 13:15

Балалары - уның иң ҙур бәхете

Ошо мөләйем ҡатын менән миңә бөҙрәханала осрашырға тура килде. Ниндәйҙер байрам алдынан район үҙәгенең күп кенә ҡатын-ҡыҙҙары матурланып йөрөгәндә һәм сират көткәндә, кем әйтмешләй, ғатын-ҡыҙҙар араһында тыныс ҡына һөйләшеү башланды. Баҡһаң, Тамара ла минең кеүек ауырый икән һәм мин уға был йәһәттән кәңәштәремде бирҙем. Йәнә уның шифаханаларға, курорттарға барыуы тураһындағы ниәттәрен тыңлап, һоҡландым. Мин шунда, моғайын, магазиндар тотоусы был ханым бик рәхәт йәшәйҙер, тип уйлап ҡуйҙым.

Яуапты мин бик күп айҙар үткәс, уның килене Лилиә Фәрхшатова менән һөйләшкәндән һуң алдым. Ул миңә ҡәйнәһе тураһында матур ғына мәҡәлә яҙыуымды үтенеп мөрәжәғәт итте. Ярай, һин миңә уның тураһында һөйлә, ә мин «кәрәген» үҙем яҙырмын, тинем.

Эйе, Тамара Ғәлинур ҡыҙының яҙмышы ябай ғына булмай.

Таллыҡ ауылында тыуып-үҫкән Тамара Әмир урта мәктәбен тамамлағандан һуң яҡшы ашнаҡсы булыу тураһында хыяллана. Һәм булыр ине лә. Ашнаҡсылар курстарын тамамлау менән ауылдағы мәктәп буфетында эшләй башлай. Ә тиҙҙән Фәтих Хәтмуллин исемле егеткә ғашиҡ була һәм кейәүгә сыға.

Улының донъяға килеүе, өй мәшәҡәттәре менән булышҡанда Тамара ғаиләһенең тарҡалыу алдына килеп баҫыуын һиҙмәй ҙә ҡала.

Бәләкәй генә улы Рәшит менән ул икмәкле һәм ҡояшлы Үзбәкстанға сығып китә. Аҙыҡ-түлек буйынса өлкән эштәр идарасыһы булып хәрби часҡа урынлаша. Китер алдынан бухгалтер һөнәрен үҙләштереүе лә яҡшы була. Унда хәрби кейем һәм сержант погондары бирәләр. Эш еңелдән булмай. Газ плитәләре, уңайлыҡтар юҡ. Хәрби тревога ваҡытында Тамара улын да үҙе менән ала. Юҡ, малайы бер үҙе өйҙә ҡалырға ҡурҡҡандан түгел, ә әсәһе төндә тәғәйенләнеш пунктына тиклем бер нисә километр араны үтергә ҡурҡҡандан. Зирәк Рәшит бәләкәйҙән әсәһенә терәк була.

Тамара икенсе кеше менән тормошон яйға һалырға тырыша, ҡыҙҙары донъяға килә, әммә сабыйға яҡты донъяла өс йыл ғына йәшәргә насип була. Балаһын юғалтыу, әлбиттә инде, йәш ҡатындың йөрәгендә төҙәлмәҫлек яра ҡалдыра. Һәм һуңынан, тормошта үҙенең икенсе яртыһын табыу теләге лә уңышһыҙ тамамлана.

Советтар Союзы тарҡалған ваҡыт була. Сит яҡтарҙа тороп ҡалыуҙан мәғәнә булмай, шулай уҡ ғүмерҙәренә лә ҡурҡыныс янай. Тамара Ғәлинур ҡыҙы тыуған яҡтарына ҡайтырға тигән ҡарарға килә. Фатирға инеп йәшәү, һөнәре буйынса эш булмау Тамараны баҙарға сығырға мәжбүр итә. Унда ла барыһы ла еңел булмай. Асыҡ һауала көндәр буйына баҫып тороп та икмәклек кенә аҡса эшләйһең. Һатырға әйбере булһа ине, ойоҡтар һәм Ҡөрьән аштарында тарата торған таҫтамалдар ғына! Тамара эштең былай бармаясағын аңлай һәм нимәһе бар, шуның менән ауылдар буйлап йөрөй башлай. Ауылдарҙа халыҡ ябай, ойоҡтарҙы күпләп ала, йыш ҡына Ҡөрьән аштары үткәрә. Буласаҡ бизнес-леди үҙенең юлын бына шулай, бер нисә төргәк тауарҙан башлай. Бөгөнгө көндә ул әсәһенең башланғысын оҫта дауам иткән улы өсөн тыныс. Ә шәхси тормошо? Уныһы ла зарланырлыҡ түгел! Тамара Ғәлинур ҡыҙы тормошта үҙенең төп бурысын үтәгән. Ысын Әсәй була алған. Уның йәшәйеше балаларында! Тәрбиәгә ике ҡыҙ алған. Уларҙы үҫтереп, кейәүгә биргән. Ҡыҙҙар әсәләренә бик рәхмәтле. Әсәһе Тамара алып ҡайтҡанда Эльвинаға 9 йәш була. Уға һөйөүе, тәрбиә үҙенекен итә, бер ваҡыт Эльвина былай ти: «Әсәй, балалар йортонда минең әхирәтем ҡалды, уны ла алайыҡ, беҙгә күңеллерәк булыр». Альбина бына шулай уның ҡыҙына әүерелә. Әлеге ваҡытта ҡыҙҙарының һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе, әммә тормоштарында иң яҡын кеше итеп Тамара Ғәлинур ҡыҙын һанайҙар. Уның ҙур, иркен өйө улар өсөн тыуған йорт, теләһә ҡайһы ваҡытта килә, теләгән тиклем йәшәй алалар. Әсәйҙәренән бер нимәне лә йәшермәйҙәр. Шатлығын да, ҡайғыһын да уртаҡлашалар, әсәйҙәре тыңлай, аңлай, дөрөҫ юл күрһәтә. Бында хикмәт тыңлаусан булыуҙа һәм ғәҙәткә инеүҙә генә түгел, әсәйгә булған тәрән ихтирам ҙур урын алып тора. Башҡаса нисек булһын? Үҙ ваҡытында ҡыҙҙарҙың икеһе лә балиғ булғандан һуң фатирһыҙ ҡала. Тәүгеһенең апаһы бурыстары өсөн ҡыҙҙы тапҡан әсәнән фатирын тартып ала, икенсеһенең дә бер туған апаһы хәйләкәр булып сыға. Тамара Ғәлинур ҡыҙы үҙенең ныҡышмалылығы һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығы менән кәрәкле урындарға йөрөй башлай, депутаттарға инә. Һәм барыһын да башҡарып сыға – ҡыҙҙарҙың икеһе лә законлы торлағын ала.

Рәшиттең дә ике ҡыҙы һәм бер улы бар. Оло ҡыҙы Аделина һәм улы Редик Стәрлетамаҡта уҡый. Кесе ҡыҙы Самира уларҙың ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Тыуған көндәрҙе һәм байрамдарҙы бергәләшеп билдәләйҙәр. Рәшит үҙенең атаһы менән аралашып йәшәй, йыш ҡына уларҙа ҡунаҡта була. Тамара ла беренсе мөхәббәте менән дуҫтарса мөнәсәбәтте һаҡлай. Рәшит тормош иптәше Лилиә менән яратышып, татыу йәшәй. Икеһе лә буш ваҡыттарында бейеү менән шөғөлләнә, сәйәхәт итергә яраталар. Лилиә үҙҙәренең ҡыҙыҡлы тормошо, ҡәйнәһенең яҡшылығы тураһында бер ниндәй арттырыуһыҙ, эскерһеҙ һөйләне. «Ул миңә бынан 20 йыл элек вафат булған әсәйемде алмаштырҙы. Уның менән тыныс, ышаныслы. Һәр ваҡыт яҡшы кәңәштәр бирә, ярҙам итә. Бер нимәһен дә ҡыҙғанмай, ғөмүмән, уның йомартлығының сиге юҡ, ҡунаҡ йыя икән, береһен дә ҡалдырмай. Үҙенең өйөндә барыһын да йыйыр өсөн һәр ваҡыт сәбәп таба. Ә инде сәбәбе булмай икән, үҙе бешергән тәмле ризыҡтарын ауыҙ иттереү өсөн саҡыра. Арыу-талыуҙы белмәй эшләй һәм беҙҙән дә шуны талап итә. Был ғаиләгә эләгеүем менән бәхетлемен. Тиҙҙән әсәйебеҙҙең тыуған көнө, минең өсөн, беҙҙең өсөн эшләгән барлыҡ яҡшылыҡтары өсөн уға рәхмәт белдергем килә. Рәхмәт һиңә, әсәй! Әлбиттә инде, уға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон-оҙаҡ йылдар тыныс, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ».

Килен кешенән бындай һүҙҙәрҙе ишетеү һөйөнөслө. Тимәк, Тамара Ғәлинур ҡыҙы бөтөн яҡлап та үҙенең тәғәйенләнешен үтәгән ханым. Үҙемдән шуны өҫтәгем килә, мин бит уның язмышынан «кәрәклене» генә яҙырға вәғәҙә иткәйнем, быға ирештем тип уйлайым.

Зөлфиә ҒИЗЗЕТДИНОВА.
Читайте нас: