Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2019, 08:14

Һарыҡты кем ашаған?

Мишкә районының Старовальский ауылында йәшәүсе 63 йәшлек ҡатындың һарайына инеп, бурҙар һарыҡтарын урлап сыға! Күҙ төбәп кенә аҫраған малының юғалыуы хаҡында зыян күреүсе полицияға хәбәр итә.

Юғалған мал хаҡы 4 мең һум тәшкил итә. Тикшереү барышында һарыҡтың башына етеүсе тотола. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы малҡайҙың ите ашалған, тиреһе һәм баш-тояҡтары ғына тороп ҡалған.


Кеше малына ҡул һуҙыусыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.Йәшлек гәзитенән.
Читайте нас в