Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2019, 08:31

Анжеликаны Бузова үткәрмәгән

ТНТ каналында «План Б» телешоуында комик Тимур Батрутдинов менән йырсы, алып барыусы Ольга Бузова бер- береһенә тормош иптәше һайлаша. Сираттағы тапшырыуҙа яҡташыбыҙ, фотомодель, йырсы Анжелика Якусеваҡатнашҡан. Ул Тимурҙың йөрәген яуларға тейеш ине. Әммә һайлап алыу турында жюри составындағы Ольга Бузова ҡыҙҙы үткәрмәгән.

- Телевидениела күп нәмәне монтаж хәл итә. Иң ҡыҙыҡлы сығыштар кадр артында ҡалған. Ни эшләптер мине Оля үткәрергә теләмәне. Әгәр Тимур мине күрһә, мин проектта ҡалыр инем, – тип яҙған Анжелика үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Ольга Бузова беҙҙең һылыуҡайҙы конкуренткаһы итеп күрҙеме икән?Йәшлек гәзитенән.
Читайте нас: