Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2019, 14:33

Һалым түләү - тимәк, дәүләт алдында бурысһыҙ булыу

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йыл өсөн физик шәхестәрҙең милеккә, транспорт һәм ер һалымын түләүҙе 2019 йылдың 2 декабренән дә һуңламай башҡарырға кәрәк.

Электрон бәйләнешенән баш тартмаған, Шәхси кабинеттан файҙаланыусылар өсөн һалым түләү ҡағиҙәләре Шәхси кабинет аша электрон төрҙә ебәрелә, ҡалған һалым түләүселәргә 1 ноябргә тиклем Рәсәй почтаһы тарафынан йәшәгән адрес буйынса почта аша тапшырылырға тейеш.

Билдәләп китәйек, 2019 йылдан һалым түләү ҡағыҙының формаһы үргәрҙе. Хәҙер унда һалымдарҙы бюджетҡа күсереү өсөн түләү реквизиттары күрһәтелә. Был йәһәттән һалым түләү өсөн айырым квитанция беркетелмәй.

Бынан тыш, һалым түләүселәргә уңайлы булһын өсөн түләү квитанцияһында һалымдарҙы банк терминалдары, шулай уҡ мобиль яйланмалар һәм ҡушымталар аша түләү өсөн штрих-код һәм QR-код күрһәтелә.

Әгәр элек һалым түләү ҡағыҙында һалым түләүселәргә ҡараған барлыҡ милек объекттары күрһәтелгән булһа, хәҙер унда һалым түләү ҡаралған объекттар ғына бирелгән. Мәҫәлән, ниндәй ҙә булһа милек объекты өсөн һалым түләүсегә һалым түләүҙән тулыһынса азат иткән ташлама бирелә икән, бындай объекттар һалым түләү ҡағыҙына индерелмәй.

Һалымды яҡындағы банк бүлегендә йәки Рәсәй почтаһы бүлектәрендә, түләү терминалдары аша, шулай уҡ Шәхси кабинеттан онлайн-режимда «Физик шәхестәрҙең һалымын, страховка взностарын түләү», «Башҡа кешеләр өсөн һалым түләү» йәки «Һалымдар һәм пошлиналар түләү» бүлегендә «Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһына һалым, йыйым һәм башҡа төрлө түләүҙәр күсереүгә түләү документын тултырыу» интернет-сервистарынан файҙаланып түләргә мөмкин.

Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең БР буйынса 3 һанлы район-ара инспекцияһы.


Читайте нас: