Әйтеүенсә, ул махсус сайтта иғлан ҡуйған. Бер сәғәт самаһы үтеүгә уға бер ир шылтыратҡан. Ул фатирҙы оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алам, әммә әлегә йәшәмәйем, сөнки командировкаға китәм, тигән. Торлаҡ хужаһына алдан түләр өсөн банк картаһынан аҡса күсерәм тип, уның номерын һорап алған.
Пенсионер банк картаһының номерын әйткән, әммә уға аҡса күсмәгән. Шунан теге ир тағы ла шылтыратып, уны банкомат янына килергә ҡушҡан, аҡса күсеүен-күсмәүен тикшерәбеҙ тигән.
Бер аҙҙан фатир хужаһы картаһында 156 мең һум аҡса барлыҡҡа килгән, ә теге ир “яңылыш күсерҙем, картанан алып бир” тип белдергән. Һөҙөмтәлә, мобиль банк ҡушымтаһы, карта, телефон ярҙамында мут ир пенсионерҙы алдаған, уны финанс тоҙаҡҡа эләктергән. Сөнки бер ни тиклем ваҡыттан һуң пенсионерға шылтыратып, уның исеменә 175 мең һумлыҡ кредит алғандарын хәбәр иткәндәр.
Әлеге ваҡытта был хәл буйынса тикшереү эше бара, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: әгәр ҙә ҡуртымға фатир бирәһегеҙ икән, алдан түләйем тигән кешеләргә шикләнеп ҡарағыҙ, барлыҡ ғәмәлдәрҙе докуменҡа теркәгеҙ, тиҙ генә ышанып, банк картаһы номерҙарын, башҡа мөһим мәғлүмәтте берәүгә лә хәбәр итмәгеҙ!