Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Октябрь 2019, 10:43

Тыныс илдә йәшәйбеҙ тип уйлаһаҡ...

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте директоры Александр Бортников Сочиҙа уҙған махсус хеҙмәттәр, именлек һәм тәртип һаҡлау органдарының халыҡ-ара кәңәшмәһендә Рәсәйҙә быйыл 39 терактты ваҡытында асыҡлап, фажиғәнән аралап ҡалыуҙары хаҡында белдерҙе. Улар барыһы ла әҙерләнгән саҡта асыҡланған.

Бынан тыш, быйыл махсус хеҙмәттәр илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә һөжүм итергә йыйынған террорсыларҙың 49 ячейкаһын юҡҡа сығарыуға өлгәшкән. Шулай уҡ 32 боевик зарарһыҙландырылған, 679-ы ҡулға алынған, ә 22 кеше был юлдан баш тартҡан.

Читайте нас в