Эш сәфәрҙәре һәм кәңәшмәләре йомғаҡтары буйынса дәүләт башлығы Хөкүмәткә күрһәтмәләр биргәйне. Әлеге сарала уларҙың үтәлеше тураһында һүҙ барасаҡ. Ултырышта зыян күргәндәргә компенсация түләү, торлаҡ төҙөү һәм капиталь төҙөкләндереү, социаль объекттарҙың, транспорт ифраструктураһының торошо, көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек барышы тикшереләсәк.
Төп доклад менән вице-премьер Виталий Мутко, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев, Иркутск өлкәһе губернаторы Сергей Левченко сығыш яһаясаҡ.