Быйыл уның баҡсаһында балан уңған, шуға ла Сәғиҙулла: "Их, матур булып беште баланҡайым! Тик бына нисек ҡулланырға белмәйенсә баш ватам. Кем ниндәй рецепт тәҡдим итә ала?" – тип мөрәжәғәт итә диуарында.
Әлбиттә, яратҡан йырсыларына ярҙамға әҙер торған тамашасы төрлө кәңәштәр бирә башланы. Зөлхизә: "Балан ҡатығы тәмле", – ти. Рәзилә иһә баландан повидло эшләргә кәңәш итә, ә Зөһрә: "Компот ҡайнатҡанда ҡушып ебәр, төрлө еләгеңде һәм балан бер-ике ус", – тип яҙған.
Ысынлап та, Башҡортостан ере шул тиклем йомарт, уның ҡәҙерен белергә һәм файҙаһын күрергә генә кәрәк. Ялҡауланма ғына! Бына Сәғиҙулла быны аңлап, тойоп, ҡыуанып йәшәй белеүе менән күптәргә өлгө булып тора.