Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Октябрь 2019, 14:06

Иренең һөйәркәһен үлтерергә киллер яллағандар

Ишембай ҡалаһында ике ҡатын кеше ғүмерен ҡыйырға йыйыныуҙа ғәйепләнә. Улар «ике кешене, шул иҫәптән кесе йәштәге баланы, яллап үлтерергә нәитләү» статьяһы буйынса хөкөм ҡаралған, тип белдерә БР Прокуратураһы.

Тикшереү барышында – 2018 йылдың авгусында был ҡатындарҙың киллер яллауҙары асыҡлана. Улар быға ҡәҙәр хөкөм ителгән бер кешегә барып, уларҙың береһенең иренең һөйәркәһен һәм балаһын үлтереүҙәрен һораған. Һәм киллерға «эш» тамамланғас, 250 мең һум аҡса биреүҙәре хаҡында белдергәндәр.


Тик киллерҙары ышаныслы булмаған, ҡатындарҙың мәкерле эше хаҡында полицияға хәбәр иткән. Эске эштәр хеҙмәткәрҙәренә ҡатындарҙы тотоу өсөн спектакль уйнарға тура килгән. Үлтерергә тейешле ҡатынды һәм баланы ваҡытлыса йәшергәндәр. Бынан һуң киллер үтенесте үтәүе хаҡында хәбәр иткән. Яуыз ниәтле әҙәм аҡтыҡтары уға аҡса биргәндә тотҡандар.
Кеше ғүмерен ҡыйырға теләүселәр үҙ ғәйептәрен өлөшләтә таныған. Енәйәт эше тиҙҙән Ишембай судына тапшырыласаҡ.
Йәшлек гәзитенән.


Читайте нас: