Йәшерәк саҡтарҙағы совет кинокартинаһын ҡарағандай булдым. Әммә фильмда яһалма пафос та, совет осорона хас лозунгылар ҙа юҡ. Ни эшләптер, үҙемдең бала сағым күҙ алдына баҫҡандай тойолдо. Уҙған быуаттың 60-йылдары башы, тау-урмандар араһына һыйынып ултырған бәләкәй генә башҡорт ауылы. Өйҙәрҙә кистәрен кәрәсин лампалары тоҡандырыла. Бәғзе көндәрҙә ауыл клубында кинолар ҙа күрһәтелә. Эңер төшкән мәлдә киномеханик бензин менән эшләй торған моторын эшләтеп ебәрә, күп тә үтмәй, уның будкаһынан роликтарҙағы кинолентаның сытырҙап әйләнгән тауышы сыға башлай, ә клуб тәҙрәһенән аҡ сепрәкле экранда бер-бер артлы алмашынып торған кадр-һүрәттәр күренә.
Мәктәпкә төшкәс, ауыл библиотекаһынан китаптар алып уҡый башланым. Тап шул саҡта Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” исемле китабын уҡып сыҡтым. Әле лә хәтеремдә, ошо бәләкәй генә әҫәр бала күңелемдә ниндәйҙер бығаса тойолмаған яңы хистәр уятты, уны хәҙергесә романтик тойғо, тип атап булалыр. Нишләп шулай булмаһын ти: ауыл малайы Йәмилдең бәләкәй генә донъяһына һуғыш ғәрәсәте нисек итеп ят мөхит ҡыҙы Оксананы килтереп индерһә, китап биттәре ошолай уҡ беҙҙең күңелдәребеҙҙе лә ошо ике бала яҙмышы менән бәйләне.
Беҙ, һуғыштан һуң тыуған малайҙар һәм ҡыҙҙар, үҙебеҙҙе лә ошо Йәмил һәм Оксаналай тоя инек, сөнки атайҙарыбыҙ, оло ағайҙарыбыҙ ошо ҡәһәрле һуғыштан иҫән ҡайта алған яугирҙар ине. Әммә тик яҙыусы аңы тыуҙырған образдар аша беҙ үҙебеҙ өсөн өр-яңы донъяларҙы астыҡ, ошо икенсе бер ят мөхит кешеләре менән дә дуҫлашып, хатта ки уларҙы иң яҡын туғаныңдай яратыуүп була икәненә төшөндөк. Ошо инде бик алыҫта ҡалған бала саҡ донъябыҙҙа кисерелгәндәрҙе кире ҡайтары алды “Һеңлекәш” фильмы. Тап шуның өсөн режиссер А.Галибин, йәш актерҙар Арыҫлан Ҡырымсурин һәм Марта Тимофеева маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.
Әйткәндәй, М.Кәримдең был повесы рус теленә “Радость нашего дома”, тип тәржемә ителгән. “Йәм” һүҙе шатлыҡтан бигерәк эске матурлыҡты аңлата, ул гүзәл вә хозур әйбер-күренештәргә ҡарата әйтелә. Йәмилдең үҙ исеме лә ошо уҡ йәм һүҙе менән ауаздаш, ә уның әлегә кес кенә булған донъяһына сит-ят ер ҡыҙы Оксана йәм өҫтәй алған. Кеше менән кеше араһында йәмле һәм кеше йәнле мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килһә, уларҙың күңелендә бер-береһенә ҡарата һөйөү тойғоһо хасил була. Шуға күрә әлеге фильмды мин мөхәббәт хаҡындағы кино сәнғәте әҫәре, тип әйтер инем: ике бәләкәстең йәрәктәрендә яралған хисте башҡаса нарыҡлау мөмкин түгел. Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙғаны ололар өсөн дә фәһем алырлыҡ. Әгәр йәндәребеҙҙә ошондай хис-тойғолар яралмаһа, йәшәүебеҙҙән дә йәм таба алмай ыҙаланыр инек.
Вәлиәхмәт Бәҙретдинов.