Күренеүенсә, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар тапалған юл-транспорт ваҡиғалары башлыса тәүлектең ҡараңғы осоронда була. Ҡара кейемдәге кешене водитель күреп өлгөрмәй, һөҙөмтәлә ошондай ҡурҡыныс осраҡтар ҡабатланып тора. ЮХХДИ инспекторҙары кейемгә яҡтылыҡты сағылдырған элементтар йәбештерергә тәҡдим итә. Был ябай ғына аҙым күп осраҡта ғүмерҙе һаҡлап ҡала. Башҡортостан гәзитенән.