Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Октябрь 2019, 17:28

“Уйна, уйна, ҡоралыңды көйләгән булып ултырма!”

Музыкант Рөстәм Сөләймәнов бер аҙнаға “Арт-Квадрат”та бикләнеп, ашамай-эсмәй, төнгө кейемдә скрипкала башҡорт көйҙәрен уйнарға ҡәһәтләнгәйне. Ысынлап һүҙендә торҙо егет: бишенсе көн инде уны "Ҡунаҡһарай" эргәһендәге быяла тирмәлә күрергә була.

Музыканттың хәлен белергә табиптар килеп киткән. Погонлыларҙың да иғтибарынан ситтә ҡалмаған егет. Улар һорау алыу ойошторған, анкета тултыртҡан һәм һөнәре тигән графаға “дережор” тип яҙып ҡуйған. Был туралағы хәбәрҙе Рөстәм үҙенең “Инстаграм”ына һалған.


Кешеләр уны ҡарарға күп килә икән, йәштәр фотоға төшөрә, ололар тыңлап тора. Бер ҡатын хатта туҡылдатып, “Уйна, уйна, инструментыңды көйләгән булып ултырма”, – тип шелтә лә яһаған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: