Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Октябрь 2019, 11:58

Төбәк Башлығының районға килеүе

Был ваҡиғаны - республика Башлығы Радий Хәбировтың беҙҙең районға килеүен стәрлебаштар күптән көттө. Һәм бына 12 октябрҙә был ваҡиға булды. Радий Фәрит улы социаль мөһим һәм проблемалы объекттарҙы ҡарап сыҡты, кешеләр менән аралашты.

Тәүҙә ул Первомайский ауылы эргәһендәге элекке таҙартыу ҡоролмалары төҙөлөшө урынына килде. Бында былтыр ноябрҙә таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә башлағайны. Ул «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» исемлегенә индерелде. Контракт хаҡы – 140 миллион һум тирәһе. Әммә Мәҡсүт, Ибраҡай һәм Первомайский ауылдары халҡы мөрәжәғәттәре сәбәпле уның төҙөлөшөн туҡтатырға мәжбүр булалар. Халыҡ фекеренсә, яңы объект ауылдарға бик яҡын урынлашҡан һәм урындағы экологияның боҙолоуы ихтимал.

Радий Хәбировты оҙатып һәм аңлатма биреп йөрөүсе район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов әйтеүенсә, был ҡоролманы төҙөү бик кәрәк, сөнки хәҙер канализация һыуы эргәлә генә ағып ятҡан Ҡайраҡлы йылғаһына ағып төшә, был иһә экологик хәл-торошто бер нисек тә яҡшыртмай. Әлеге ваҡытта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы объектты башҡа участкаға күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә. Тәҡдим ителгән өс вариант менән запрос проект институтына ебәрелгән.

- Әммә..., - тип билдәләне Рөстәм Камил улы, - бөгөн төп проблема шунда, ноябрь айында контракттың срогы тамамлана.

Объектты ҡарап, уның менән осрашыуға тирә-яҡ ауылдарҙан килгән халыҡтың фекерен дә иғтибар менән тыңлағандан һуң, Радий Хәбиров бүленгән аҡса бер ҡайҙа ла китмәйәсәк, ҡаласаҡ, һеҙҙең менән ваҡытында һөйләшмәүҙәре насар, хәлде яйға һаласаҡбыҙ тип билдәләне.

Бынан тыш, Мәҡсүт ауылы халҡы төбәк етәксеһенән ныҡ иҫкергән һыу үткәргес һәм ауыл эсендәге юлды ремонтлауҙа ярҙам һораны.

Первомайский ауылы халҡының да төбәк етәксеһенә үтенестәре булды. Улар мәҙәниәт йорто булмауға, ә әле ауыл мәҙәниәт йортона бүленгән бинаның бер ниндәй ҙә талаптарға яуап бирмәүенә зарланды. Медицина хеҙмәткәрҙәре бик тырыш һәм изгелекле булыуға ҡарамаҫтан, ошо бинаның икенсе ҡатында урынлашҡан урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына оло йәштәге сирле кешеләргә күтәрелеүе бик ҡыйын.

Йыйылыусыларҙы тыңлағандан һуң, Радий Хәбиров маршрутын үҙгәртеп, әйтелгәндәрҙең дөрөҫ булыуына шәхсән инанырға ҡарар итте. Ул ФАП, ЮХХДИ бүлеге һәм ауыл мәҙәниәт йорто урынлашҡан ике ҡатлы бинаны ҡарап сыҡты. Урындағы фельдшер Миләүшә Садиҡованан эш шарттары, дарыуҙар менән тәьмин ителеш менән ҡыҙыҡһынды. Ауыл мәҙәниәт йортона килгәндә, был мәсьәлә буйынса уйларға тәҡдим итте. Шулай уҡ урындағы халыҡ Радик Ильясов, Таһир Байморатов, Сергей Тарасовтар менән аралашты. Шуларҙың һуңғыһы Первомайский ауылы халҡына ҡайһы бер ике ҡатлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын капиталь ремонтлауҙа ярҙам итеүен һораны. Радий Фәрит улы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына граждандарҙың мөрәжәғәтен тикшереп, ремонт менән проблеманы хәл итергә бойороҡ бирҙе.

Артабан ул «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексына юлланды. Спорт комплексында 25 метрлыҡ дүрт юллы йөҙөү бассейны, тренажер залы, көрәш һәм самбо өсөн ике зал бар. Унда ун спорт төрө буйынса 800ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илнур Исламоратов әйтеүенсә, бинаға бөгөн капиталь ремонт кәрәк. Стена ярылған, бассейндан һыу үтә башлаған, ҡыйыҡтан да аға. Техник тикшеренеү буйынса, был эштәрҙең уртаса хаҡы 440 мең һум тирәһе тәшкил итә. Радий Хәбиров ремонт үткәреүҙең кәрәклеген билдәләне, тейешле күрһәтмә бирәсәген әйтте. Төбәк Башлығы спортсы - көрәшселәр шөғөлләнгән залда ла булды. Уларҙың тренеры, ошо спорт төрө буйынса Бөтә Рәсәй һәм республика ярыштарында бер нисә тапҡыр еңеүсе Илдар Моратов менән дә аралашты. Уға һәм тәрбиәләнеүселәренә спортта яңы ҡаҙаныштар теләне.

Үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә Радий Хәбиров 1968 йылда уҡ төҙөлгән элекке поликлиника бинаһын ҡараны. Баш табип Илшат Яппаров белдереүенсә, ул 2015 йылдан алып бикле тора. Хәҙер бинаны өр-яңынан төҙөкләндереп, уҡыу йорттарын тамамлап ҡайтҡан йәш белгестәр өсөн 12 фатир әҙерләмәкселәр. Эштең яҡынса хаҡы – 10 миллион һум. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был ҡарар менән ризалығын белдерҙе. Дауаханала төбәк етәксеһе йәш белгестәр менән аралашты, уларҙан эш шарттары тураһында белеште. Тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөргөм килә: республикала тар йүнәлешле белгестәргә финанс яҡтан ярҙам итеү буйынса программа эшләй. Бының өсөн 125 миллион һум аҡса бүленгән. Ошо мөмкинлектән файҙаланығыҙ», – тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе районда онкологик сирҙәргә бәйле торош хаҡында белеште. Баш табип әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл республикалағы уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Анализлағас, шул асыҡланған: районда өлкән йәштәге кешеләр бик күп һәм башлыса улар сирләй.

«Мин Һаулыҡ һаҡлау министрлығына күрһәтмә бирәсәкмен, улар һеҙгә республика онкология үҙәге белгестәрен ебәрер. Белгестәрҙән методик ярҙам, консультация алырһығыҙ», – тине Радий Фәрит улы.

Медицина хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, бындағы фельдшерҙар яман шеште иртә стадияларҙа билдәләгәне өсөн 5 мең һумлыҡ түләүҙе ала ла башлаған. Ҡайһы берәүҙәр хатта ике тапҡыр алыуға өлгәшкән. Улар Радий Хәбировҡа ярҙамы һәм матди түләүҙәр өсөн рәхмәт әйтте.

Дауахана ҡаласығынан сыҡҡас, Радий Хәбиров Рөстәм Рахманғолов менән «Башҡорт ихаталары» республика программаһы нисек тормошҡа ашырыу барышында комплекслы ремонт үткәрелгән йорт подъездарын һәм ошо программаға ярашлы төҙөкләндерелгән ихаталарҙы ҡараны. Башҡортостан Башлығы Еңеү паркына ла барып килде. 2018-2019 йылдарҙа ул «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән. Бында «Тыл хеҙмәткәрҙәре» һәйкәле өсөн майҙансыҡ яңыртылған, «Ҡайғылы әсә» һәйкәлен ремонтланған, яңы яҡтыртҡыстар ҡуйылған, фонтан, яңы парк сәхнәһе, балалар өсөн хәүефһеҙ резина түшәлгән майҙансыҡ һәм «Мин Стәрлебашты яратам» тигән арт-объект эшләнгән. Парк буйлап йөрөгәндә Радий Хәбиров урындағы кешеләр менән аралашты, бергәләп ихлас фотоға төштө.

Артабан төбәк Башлығы Рөстәм Рахманғолов менән ««Башлыҡ сәғәте» форматында райондың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләрен тикшергәндән һуң күрше Федоровка районына юлланды.


Рәйсә МУСИНА.

Фотолар төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте сайтынан.
Читайте нас: