Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Октябрь 2019, 17:26

Рәсәйҙә нефть сығарыу ҡатмарлаша

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ХIV “Нефтегазстандарт” халыҡ-ара конференцияһы бара. Ул халыҡ-ара, ил һәм төбәктәр кимәлендәге техник көйләү стандарттарын камиллаштырыуҙы, ҡануниәттең тейешле өлкәһендә үҙгәрештәр тәҡдим итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

– Был өлкә туҡтауһыҙ камиллаштырыуҙы һәм үҙ-ара сағыштырып тороуҙы тәҡдим итә. Мин, мәҫәлән, был конференцияла ун дүртенсе тапҡыр ҡатнашам һәм һәр саҡ үҙем өсөн яңылыҡ алып ҡайтам, – ти Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль. – Илебеҙҙә нефть сығарыу ҙа ҡатмарлаша бара бит. Әйтәйек, Яҡын Көнсығышта бер баррель нефть сығарыуҙың үҙҡиммәте бер долларҙан ашыуға төшһә, беҙҙә ул өс-дүрт доллар булып китә. АҠШ-та бер скважинаны быраулауға уртаса ете-һигеҙ көн китһә, илебеҙҙә быға 10-15-әр көн сарыф ителә. Тимәк, техник стандарттарҙы камиллаштырыу өҫтөндә ныҡлабыраҡ эшләйһе бар әле. Шуға хәтлем, мәҫәлән, диңгеҙ шельфында нефть сығарыу беҙҙең өсөн отошло булмаясаҡ.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: