Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Октябрь 2019, 13:31

Ҡоторған ине...

Элек ауылыбыҙҙа яҙын һарыҡ, кәзә кеүек ваҡ малды Ҡараңғы йорт тигән урынға йәйләүгә ҡыуалар ине. Мал йәй буйы ауылдан ситтә була, көҙгә кире алып ҡайталар.

Тау-таш, урман араһында йәйләгән малға август айында бүре һөжүм итә башлай, балаларын да һунарға өйрәтәләр инде. Бер ваҡыт көпә-көндөҙ кәртәлә торған малдарға ябырылған былар. Көтөүсе тауышҡа сыҡҡансы, бер нисә башты йығып та өлгөргәндәр. Беҙҙең һарыҡтарҙың бер тоҡомо мөгөҙлө ине. Уларҙың береһе бүренән ҡасып, ике һайғау араһынан ырғыған. Шул саҡта мөгөҙө өҫкө һайғауға һуғылып, аҡтарылып сыҡҡан.


Йәрәхәтләнгән малҡайҙы ауылға алып төштөләр. Һуйырға кәрәк. Шул мәлдә Мәскәүҙән килгән туристар шешлеккә һарыҡ эҙләп йөрөй ине. Беҙ был малҡайҙы уларға тәҡдим итергә булдыҡ, шулай уҡ уның бүренән ҡасҡанда башын яралауын да иҫкәрттек. Инеп ҡаранылар ҙа: "Бүре ҡоторған инеме?" – тип ҡыҙыҡһынды улар. Әсәйем ниндәй һорау биргәндәрен ныҡлап аңламайынса: "Эйе, ҡоторған ине, ҡоторған", – тип яуап бирҙе...


Ярай, беҙ уның яуабын ваҡытында тотоп алып, һарыҡтың бүренән зыян күрмәүен аңлаттыҡ. Туристар һарыҡты оҡшатып, яҡшы хаҡҡа һатып алды.

Читайте нас: