Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Октябрь 2019, 13:32

"Мин үҙ ҡыҙымды үҫтерә алманым"

Яратҡан йырсыбыҙ Фәдис Ғәниев "Шәһри Ҡазан" гәзитендә ниндәй тәьҫораттары менән уртаҡлашты?

"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин үҙ ҡыҙымды үҫтерә алманым, – тигән ул. – Әле лә аралашмайбыҙ. Бында "Һин ғәйепле", "ул ғәйепле" тип ултырыу дөрөҫ түгел. Кем ғәйепле икәнен Аллаһ Тәғәлә генә белә, уның алдында яуап бирәһе бит.


Ҡыҙым 2,5 йәшкә тиклем бергә булдыҡ. Мин өйҙә булһам, алдымдан төшмәй ҙә ине. Лиана ул ваҡыттарҙы, әлбиттә, хәтерләмәй. Әммә ул бәйләнеш юғалды һәм әлегә тиклем көйләнеп китә алмай. Балама мин бары тик матур теләктәремде юллайым. Ысын ҡатын-ҡыҙ бәхетен тойоп йәшәһен ине.


Гөлназға ҡарата яратыу хисем көслө. Ул минең ҡыҙ түгел тигән уйҙың башҡа ла ингәне юҡ. Яратам, үҙ итәм, уның өсөн борсолам. Ә осрашып йөрөгән егеттәренә ҡарата бер ни ҡәҙәр көнләшеү хисем дә бар. Моғайын, ул бөтә атай кешелә лә булалыр. Иң күңелһеҙе шул бит: ҡыҙ баланы иркәләп үҫтерәһең дә, унан һуң ул өйҙән сығып китә".


    Читайте нас: