Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Октябрь 2019, 12:56

Кешеләргә матур йылмайыу һәм уңайлы тормош бүләк итә

Беҙҙең Стәрлебаш еренең тарихы бай. Әммә ниндәй ҙә дәүерҙә ошонда тыуып үҫкән кешеләре уның иң төп байлығы булып тора. Тыуған ер уларҙы бер ҡасан да онотмай һәм ғорурлана. Шундай уландарҙың күптәре ата-бабаларының хәтерен хөрмәт итә һәм изге ғәмәлдәр ҡыла һәм ошоноң менән тыуған еренә һөйөүен белдерә! Бындай кешеләр үҙенең статусына ҡарамаҫтан, ауылдаштарының көндәлек проблемаларын үҙ өҫтөнә алып, уларға ярҙам итергә тырыша. Улар тыуған ауылдарына саф һауа һуларға ғына ҡайтмай, улар ауылдаштарына һәм балаларға йәшәү шарты яҡшы һәм уңайлы булһын тип теләй.

Радмир Хәсәновтың наградалары һәм дәрәжәләре, ғилми исемдәре бик күп. Уның тормош юлы шатлыҡлы асыштарға һәм ауыр ҡарарҙарға бай. Үҙенең күп һанлы монография һәм китаптарында Радмир Әнүәр улы тыуған Әмир ауылында үткәргән бала сағы, уҙғандағы ваҡиғалар, ауылдаштарының ныҡлы рухлы һәм эшһөйәр булыуы тураһында бик күп яҙа. Ул 1959 йылдың 15 октябрендә Йәлембәт ауылында тыуа. Уның ата-әсәһе Әнүәр Миңлевәли улы һәм Тәслимә Шакир ҡыҙы уҡытыусылар була һәм улдарында яуаплылыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ кеүек мөһим сифаттарҙы тәрбиәләй. 1976 йылда Әмир урта мәктәбен тамамлағандан һуң уның иғтибарын Башҡорт дәүләт медицина университетында яңы асылған стоматология факультеты йәлеп итә. Шулай итеп, студент Хәсәнов ғилми теш донъяһына барып инә, ә бер нисә тиҫтә йылдан һуң ул, профессор булараҡ, уны яңы асыштары менән тулыландыра башлай. Республика гәзите өсөн интервьюларының береһендә ул уның белгеслек һайлауына йоғонто яһаған осраҡ тураһында уртаҡлаша.

«Бер ваҡыт атайым яғынан шул саҡта 103 йәше тулған ҡарт өләсәйем уның өсөнсө тапҡыр тештәре үҫеүенә маҡтанды. Ышанмайынса, дөрөҫлөктө белергә ҡарар иттем». Һуңынан, ул тотош районды йөрөп сыға һәм өсөнсө быуын теше булған тағы ете йөҙйәшәрҙе таба. 1981 йылда ҡулына диплом алғандан һуң оператив хирургия кафедраһында ул ғилми идеяларын уңышлы тормошҡа ашырыуын дауам итә. Коллегалары менән улар оҙайлы эксперименттар үткәрә, тештәрҙе сереүҙән һаҡлау һәм трансплантациялау буйынса үҙенсәлекле ҡарарҙар эҙләп таба. Һуңынан Радмир Әнүәр улы ошо мәсьәләләр буйынса Өфө медицинаһын донъя кимәленә күтәрә һәм ошо өлкәлә лидер була. Унда ике: табип-практик һәм ғалим-тикшеренеүсе сифаттары берләшә. Әйткәндәй, 1994 йылда ул дессертация яҡлап, Рәсәйҙә иң йәш медицина фәндәре докторы була.

Үҙенең медицина үҙәге барлыҡҡа килеүе тураһында Радмир Әнүәр улы «Витадент» на грани бизнеса и науки» тип аталған монографияһында ентекле һөйләй. 90-сы йылдарҙа эре медицина предприятиеһы асҡанда кисергән ауырлыҡтар һәм хәүеф уның хәтерендә ҙур эҙ ҡалдыра. Шул йылдарҙа эшҡыуарлыҡ булдырыу осоронда тәбиғи һайлап алыу бара. Китабында ул уға ниндәй ауырлыҡтар аша үтергә тура килеүе: һалым органынан нигеҙһеҙ тикшереүҙәр, бандиттар, беренсе тапҡыр пациенттарҙың һағайып ҡарауҙары тураһында ентекле һөйләй. Өҫтәүенә, ғилми донъяла ла ҡатнашырға тура килә. Сит илдән коллегалары ҡатнашлығында конгрестар һәм конференциялар үтә, тәжрибә менән уртаҡлашалар, һөҙөмтәлә, тотош ғилми донъя «Витандент»ты иң яҡшы медицина үҙәге тип таный.

Радмир Әнүәр улы, тормошта ирешкән ҙур уңыштарына, мөмкинлектәренә һәм сит илдәргә күп йөрөүенә ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла тыуған ауылы тураһында онотмай. Ул ысынлап та ауылдаштары өсөн янып көйә. Радмир Әнүәр улының китаптарына байҡау яһаһаң, хәтирәләре уны йыш тыуған Әмир ауылына алып ҡайтыуын күрәбеҙ. Ул ауылдарҙы, социаль әһәмиәтле объекттарҙы төҙөкләндереүгә һәм тыуған еренең тәбиғәтен һаҡлауға күп көс һәм аҡса һала. Урмандар, һунарсылыҡ биләмәләре, бүреләр һәм ҡоралай өйөрөн һаҡлап ҡалыу - беҙҙең геройыбыҙҙың тормошонда тағы бер йүнәлеш ул. Юғарыла атап үтелгән китабында тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәте тураһында бына шундай юлдар килтерә ул: «Әгәр тәбиғәттә, һунарҙа булһаң, кәрәкле ҡарарҙар еңел һәм тиҙ табыла. Бынан тыш, һунар минең өсөн - тыуған тәбиғәт менән аралашыу ул. Һунарға сығып, көн буйына тиҫтәләрсә километр үткәндә үҙемдең бала сағымды, ғүмер буйына урмансылыҡта эшләгән һәм үҙ ҡулдары менән меңдәрсә йәш ағас ултыртҡан тынғыһыҙ Сафия өләсәйемде иҫкә төшөрәм». Радмир Әнүәр улы тәбиғи ресурстарҙы, браконьерҙарҙан һунарсылыҡ биләмәләрен һаҡлауға бик етди ҡарай. Уның холҡонда ниндәйҙер яңылыҡ асыу ғына түгел, иҫкене тергеҙеү, үҙеңдең яҡыныңды яҡлау кеүек сифаттар ҙа һалынған.

Стәрлебаш еренең билдәле улы ҡулдары менән бик күп изге эштәр башҡарылған. 300 метрҙан ашыу оҙонлоҡта зыярат ихатаһын тергеҙеү һәм «1921-1922 йылдарҙа аслыҡтан вафат булған Әмир ауылы халҡына» яҙыуы менән ҡәбер ташын ҡуйыу - әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булды. Был изге ниәттәрҙе ауылдаштары хуплап, шәмбе өмәһенә сығып, бер көндә эштәрҙе тамамлай. Йәиһә башҡа, шундай уҡ мөһим эштәр. Уның ярҙамы менән районда Стәрле һәм Күндерәк йылғалары үҙәндәре таҙартылда (бының кәрәклеге тураһында күптән һөйләйҙәр ине), республикала ғына түгел, Мәскәүҙә билдәле булған табиптар тарафынан сирлеләрҙе ҡабул итеүҙәр, «Витадент» халыҡ-ара медицина концерны поликлиникаларында район мәктәп уҡыусыларының тештәрен дауалау һ.б. үткәрелде.

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлап, һайлаусылар уға ике тапҡыр ышаныс белдерҙе. Радмир Әнүәр улы һәр ваҡыт халыҡҡа яҡын булырға тырыша. Сит илдә ул донъя кимәлендә билдәле исемле ғалим, ә бында, тыуған ерендә, урындағы халыҡ менән рәхәтләнеп аралаша, ата-бабаларын һәм өлкәндәрҙе ихтирам итә. Ә тағы ла ул һәйбәт ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Дилә менән улар өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Бәләкәйенә Сафия өләсәһе хөрмәтенә исем ҡушалар.

Яҡташыбыҙ бик күп яҡшы һәм файҙалы эштәр башҡара. Уның пациенттары тулы ҡанлы тормошҡа ышаныс алып, матур йылмайып йөрөү мөмкинлегенә эйә. Ул стоматология буйынса квалификациялы белгестәр быуынын әҙерләй. Уның ярҙамы һәм күрһәткән иғтибары арҡаһында район урмандарында ҡабандар, ҡоралай һәм мышылар һаны арта. Был уның мөмкинлектәренең сиге түгелдер тип уйлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә Радмир Әнүәр улы 60 йәшлек юбилейы уңайынан күп һанлы хеҙмәттәштәренән, дуҫтарынан, яҡташтарынан һәм пациенттарынан ихлас ҡотлауҙар ҡабул итә. Сәләмәтлек, именлек, артабанғы ижади уңыштар теләктәренә район гәзите редакцияһы ла ҡушыла.
Читайте нас: