Хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү барышында шуны асыҡлаған: ир былтыр сайтта шәхси кабинет асып, кеше мәғлүмәттәрен файҙаланып, төрлө ойошмалар менән интернет аша килешеү төҙөгән. Юғары процентҡа кредит алып, беренсе осраҡта - 14, икенсеһендә 31 меңгә байыған. Мутлашыусыға ҡарата енәйәт эше асылған.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар һаҡ булырға саҡыра. Документтарығыҙҙың мәғлүмәттәрен күрһәтмәүҙе, таныш булмаған ойошмаларға уларҙың күсермәһен бирмәҫкә, интернетта скандар ҡалдырмаҫҡа өндәй.башҡортостан гәзитенән.