Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Октябрь 2019, 12:58

Кәштәләрҙә үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек

Шәмбе көндө, иртән иртүк Стәрлебаш ауылының үҙәк майҙанында күңелле музыка халыҡты ауыл хужалығы йәрминкәһенә саҡырҙы.

Билдәләп үтергә кәрәк, стәрлебаштар был юлы бик әүҙем булманы. Бәлки, быға һалҡын һәм болотло һауа торошо ла булышлыҡ икәндер. Эре ауыл хужалығы эшҡыуарҙары вәкилдәре (ашлыҡ һатыусы «Урожай» йәмғиәте, Ленин исемендәге, Матросов исемендәге хужалыҡтар), фермерҙар, умартасылар, һәүәҫкәр баҡсасылар сауҙа нөктәләрен ойошторҙо. Ә бына һатып алыусылар күпкә аҙыраҡ булды.

- Йәрминкәләргә йөрөү - минең өсөн традицияға әүерелде, һәр ваҡыт нимәлер һатып алам, буш ҡул менән ҡайтмайым. Бөгөн бына аҡ май һатып алдым. Һатыусы хаҡын да бер аҙ төшөрөп бирҙе. Мин бик ҡәнәғәт, - ти район үҙәгендә йәшәүсе Рәмзиә Ғәлимова. - Тағы ла бер нисә килограмм ит һатып алырға уйлайым.

Был юлы һыйыр итен ике ерҙә тәҡдим иттеләр, улар тирәләй хатта ҙур булмаған сират барлыҡҡа килде - теләүселәр етерлек ине. Йәрминкәгә яңы һуйылған мал итен Иҫке Ҡалҡаш ауылынан Гөлсинә Йәнтурина һәм Мәҡсүт ауылынан Венера Дәүләтшина килтергән.

Ямғырсы ауылынан Ләйлә Сөләймәнова бик күп төрлө емеш-еләк һәм декоратив үҫентеләр тәҡдим итте:

- Алмағас, слива, ҡурай еләге, крыжовниктарҙың бик һәйбәт сорттары бар, - тип маҡтай башланы ул тауарын һатып алыусыларға. - Декоратив үҫентеләрҙән әлморон, айыу баланы, шулай уҡ флокса, гортензия, хризантемалар бар. Топинамбур тамыры ла халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана - ул шәкәр диабеты менән сирләгәндә бик файҙалы.

Йәрминкәлә Ҡуғанаҡбаш быуаһынан тотолған балыҡ, йәшелсә, умартасылыҡ продукттары, ҡаҙылыҡ, бер һүҙ менән әйткәндә - тәбиғи һәм сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин булды.


Читайте нас: