Үҙгәрештәргә ярашлы, баланы 1,5 йәшенә тиклем тәрбиәләү буйынса отпускты рәсмиләштергән, әммә эшләгән, өҫтәмә аҡса алыуын дауам иткән һәм баланы тәрбиәләү менән шөғәлләнмәгән әсәйҙе йәки атайҙы Социаль страховка фондынан аҡса түләнгән балалар пособиеһынан мәхрүм итә аласаҡтар.
Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аныҡлауҙарынса, баланы тәрбиәләү буйынса пособиены бәләкәсте тәрбиәләгән кеше генә алырға тейеш. Мәҫәлән, әгәр әсәй кеше тулы булмаған көн эшләй һәм баланы өләсәй ҡарай икән, индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, пособиены ла өләсәй алырға тейеш. Ә ғәмәлдәге закондарға ярашлы, тулы булмаған көн эшләгән әсәй йәки атайға ла пособие түләнә.
Әлегә ведомствоның тап кемдең баланы тәрбиәләүен нисек асыҡлаясағы билдәле түгел. Шуға төрлө ҡатмарлы, сетерекле хәлдәрҙең килеп сығыуы ихтимал. Ә бына балаһын ашатам, кейендерәм тип тир түккән яңғыҙ әсәгә йәки атайға был осраҡта нимә эшләргә? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай ҙа хәлдәр бар бит әле.
Әйткәндәй, быйыл баланы тәрбиәләү буйынса пособиеның минималь күләме – 3277,45 һум.Башҡортостан гәзитенән.