Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Октябрь 2019, 17:46

Уны табышһағыҙ – өс миллион һум бирәләр

Һеҙ һүрәттә күргән ир – бик ҡурҡыныс үлтереүсе. Ул 2011-2012 йылдарҙа Волга буйы һәм Урал федераль округтарында өлкән йәштәге ҡатындарҙы үлтергән. Уның иҫәбендә – 30 самаһы ҡорбан.

Бөтә осраҡтарҙа ла ул “хрущевка”ла яңғыҙы йәшәгән 75-тән 90 йәшкә тиклемге ҡатындарҙы һайлаған. Үҙен ТКХ йәки социаль хеҙмәттәр хеҙмәткәре тип танытҡан. Фатирҙарына ингән һәм уларҙы бау менән быуған. Аҙаҡ уларҙың мөлкәтенә теймәгән.


Билдәләнеүенсә, үлтереүсе – 20-нән 35 йәшкә тиклемге ир, уртаса буйлы (175 см тирәһе), ябыҡ, физик яҡтан көслө, ҡиәфәте әллә ни сағыу түгел. Ул – ҡала кешеһе, тулы булмаған ғаиләлә йәки ата-әсәһеҙ тәрбиәләнгән. Социаль статусы һәм матди хәле түбән, криминал тәжрибәһе бар, белеме – уртаса.


Тәфтишселәрҙә уның яҡынса портреты бар. Шулай уҡ видеокүҙәтеү камераһына ла эләккән. Шаһиттарҙың береһе ярҙамында төҙөлгән фотороботы бар, ул видео менән тап килә. Уның генетик эҙҙәре лә алынған.

Был ҡурҡыныс әҙәм әле һаман иректә. Кемдә кем уның тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белә, Екатеринбург ҡалаһындағы Тәфтиш комитетына 8(343)297-71-85 һәм 8 (343)358-71-61 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә ала. Кем уны табышыуҙа аныҡ ярҙам күрһәтә ала, уға өс миллион һум кимәлендәге бүләкләү буласаҡ. Тирә-яғыбыҙға иғтибарлап ҡарайыҡ әле. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: