Ел шул тиклем көслө булған – сәғәтенә 225 саҡрым. Йәмғеһе 270 мең йорт утһыҙ ҡалған. Меңдән ашыу авиарейс кисектерелеп торолған. Илдең төньяҡ-көнсығыш райондары әле лә һыу эсендә.
Поездар йөрөмәй. Токиола ғына ҡайһы бер аэропорттар эш башлаған.
Ярты быуат эсендә иң көслө һаналған тайфунда 39 кеше мәрхүм булған, 17-һе хәбәрһеҙ юғалған, 200-ө зыян күргән. Ошоға оҡшаш хәл 1958 йылда теркәлгән – унда «Каногава» 1200 кешенең ғүмерен алып киткән.
Әле етәкселәр хәүеф тураһында алдан хәбәр итеп, халыҡ әҙерлекле торған да бит, шулай ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүселәр бихисап.Башҡортостан гәзитенән.