Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Октябрь 2019, 17:51

Нисек ҡыҫылып тормаған?!

Braemar круиз лайнере Грецияның иң тар Коринф каналын үтеп, бар донъяны хайран ҡалдырған. Лайнерҙың киңлеге – 22,5, оҙонлоғо 195 метр. CNN каналы хәбәр итеүенсә, быға тиклем бындай ҙурлыҡтағы бер карап та иҫ киткес тар канал аша үтмәгән.

Каналдың билдәләмәләренә килгәндә, ул 6,3 километр оҙонлоҡта, 25 метр киңлектә. Тәрәнлеге – 8 метр. Был кеше ҡулы менән булдырылған һыу юлы Эгей диңгеҙенең Сароникос һәм Ионик диңгеҙҙең Коринф ҡултыҡтарын тоташтыра, Италия порттарынан Афинаға юлланған караптарҙың юлын ҡыҫҡарта.


Круиз лайнерына килгәндә, каналды үткән ваҡытта уның бортында 929 пассажир булған. Норвегия лайнеры 1993 йылда төҙөлгән. Уның ете пассажир палубаһы, 485 каютаһы бар. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: