Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Октябрь 2019, 17:55

Мышының башына еткәндәр

Бөрө районында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә браконьерлыҡ ҡылған кешеләрҙең шәхесен асыҡлаған.

Десяткин ауылынан өс километр алыҫлыҡта мышы түшкәһен бүлгән ваҡытта ике ир тотолған. 34 һәм 37 йәшлек уҙамандар мышыға рөхсәтһеҙ һунар иткән, енәйәт урынында ике ҡорал табылған.


Әлеге ваҡытта енәйәт эшен асыу мәсьәләһе хәл ителә, тикшереү эше бара. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас в