Өс бала ҡалтыранышып бер-береһенә һыйынды. Ҡыш быйыл зәһәр, һыуыҡ килде, ә уларҙың мейесенә иртәндән алып яғылғаны юҡ. Гөлдәр алама кейемдәрен кейеп, йыртыҡ, бысраҡ юрған бөркәнеп дер-дер килгән ҡустыһы һәм һеңлеһенә ҡараны. Туҡ булһалар бирешмәҫтәр ине лә бит. Һеңлеһенең илауына йәне көйөп, башына һуғып ебәрҙе. Ҡыҙыҡай уның һайын нығыраҡ сеңләне. Атаһы менән әсәһе, төнө буйы эсеп, һуғышып сыҡҡандан һуң, ҡайҙалыр китеп олаҡты. Гөлдәр аслыҡтың тамам үҙәгенә үтеүен тойоп, резина итектәрен кейеп, урамға сыҡты. Ҡышҡы һыуыҡ шунда уҡ өтөп алды. Ҡайҙа барырға? Эргәһенән генә бергә уҡыған ҡыҙҙар күрмәмешкә һалышып үтеп китте. Мәктәпкә онотҡанда бер бара Гөлдәр. Бысраҡ, алама кейемгә төрөнгән баланы йәлләүселәр бар. Әммә күптәр: «Ниндәй генә булһа ла, үҙ әсәһе менән атаһы. Етем түгелдәр», - тигән фекерҙә.
Гөлдәрҙе йыш ҡына ата-әсәһенең ғаилә ҡороуы, бала табыуы аптырата. Яҡты донъяға тыумауҙары хәйерлерәк булыр ине. Һыуыҡтан ҡалтырана-ҡалтырана атлағанда, ҡыҙ хәтирәләргә бирелеп, бәхетле мәлдәрҙе иҫләргә тырышты. Әммә ундай көн был ғаилә тарихында юҡ. Хәйер…
Ул саҡта Гөлдәргә биш йәш тирәһе ине. Йөклө булыуына ҡарамаҫтан, әсәһе атаһы менән ярышып эсте. Бер көн Гөлдәр өйҙә тәмле еҫ таралыуына уянып китте. Әсәһенең ҡоймаҡ ҡойоуын күреп ғәжәпләнде, хатта нимә эшләргә белмәне. Ә әсәһе шундай йомшаҡ тауыш менән: «Кил, ҡыҙым, ҡоймаҡлап сәй эсәйек», - тигәс, һаҡ ҡына баҫып янына барҙы. Сөнки ата-әсәһенең ҡайһы саҡта үҙенә буштан-бушҡа ҡул күтәреүенә лә күнегеп киткәйне. Әммә был юлы уға ҡысҡырыусы булманы. Тәмләп сәй эстеләр. Әсәһе: «Ҡустың булыр инде. Шулай һиҙәм», - тине. Гөлдәрҙең ошо тәмле ҡоймаҡ өсөн рәхмәт әйткеһе килде. Әммә хистәрен һүҙҙәр менән белдерә алманы. Әсәһен ҡосаҡлап: «Ә һин иртәгә лә ҡоймаҡ бешерәһеңме?» - тип һораны. Шул саҡ әсәһе һеңлеһе менән икеһен ҡосағына алып, бик оҙаҡ үкһеп-үкһеп иланы. Йәштәренә сыланып ғәфү үтенде, тағы нимәлер әйтте, башҡаса эсмәҫкә ант итте, тәүбәгә килде…
Гөлдәр, бала күңеле менән, тормошобоҙ инде яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип йоҡлап киткәйне. Әммә икенсе көндө төнө буйына төшөнә ингән ҡоймаҡ еҫе түгел, ә һаҫыҡ көмөшкә еҫе уятты уны.
Гөлдәр был әбейҙе шулай тип йөрөтә. Сөнки ул ҡыҙға һәр саҡ икмәк, ҡатыҡ бирә. Был юлы ла өйҙә ас ултырған ҡустыһы менән һеңлеһен уйлап, шул инәйгә барырға булды.
Инәй бер үҙе матур итеп ағартылған йортта йәшәй. Гөлдәр барғанда ул боҫрап торған картуфты һауытҡа һалып тора ине. Инәй ҡыҙға ҡарап йылмайҙы ла: «Өшөгәнһең бит, әйҙә сәй эс», - тип саҡырҙы.
Гөлдәр өҫтәлдәге тәм-томдо, ризыҡты күреп, оҙаҡ-оҙаҡ тәмләп сәй эскеһе, күңеле булғансы һөйләшкеһе килде. Әммә ул бер ҡасан да ишек төбөнән ары уҙмай. Сөнки бысраҡ кейеменән ояла.
Матур инәһе лә ҡыҙҙың ғәҙәтенә өйрәнеп бөткән. Ҡағыҙға төрөп икмәк, картуф бирҙе. Ҡыҙ ҡыуана-ҡыуана йүгереп ҡайтып китте. Аяғының көрткә сумыуы, резина итектәренең тайып-тайып китеүенә аптырап та бирмәй, тиҙерәк туғандарын ҡыуандырырға ашыҡты.
Өйҙә уны илап, шешенеп бөткән туғандары ҡаршы алды. Апайҙарының ҡулындағы ризыҡты күреп, уларҙың күҙҙәрендә өмөт сатҡылары уянды. Йылмайышҡан булдылар. Ҡомһоҙланып ашаған ҡустыларын битәрләй-битәрләй, тамаҡ туйҙырҙылар. Икмәктең әҙерәген иртәгәгә ҡалдырыу уйы менән, Гөлдәр уны йәшереп ҡуйҙы. Сөнки бер көн туйғансы ашап, икенсе көнөнә ас ултырғандары ла йыш була. Балалар бер-береһенә һыйынышып йоҡлап китте.
Гөлдәр төнөн кемдеңдер карауатҡа ныҡ итеп тибеүенән уянып ките. «Ниңә өйгә ут яҡманың?» - тип екерҙе атаһы. Бәләкәй генә ҡыҙ ҡайҙан утын тапһын инде?! Әсәһенең иҫерек килеш хихылдауы ҡапыл өҙөлөп ҡалды. Атаһы уны яман һүҙҙәр менән һүгеп, утын табып индерергә сығарып ебәрҙе. Ул оҙаҡлағас, Гөлдәрҙе тышҡа елгәрҙе.
Күршеләренең утынын урлап сығып килгән әсәһе, ҡыҙы ҡотон осорғаны өсөн, утын менән һелтәнде. Гөлдәр ситкә тайпылып өлгөрҙө. Мейескә ут тоҡандырылғас, өйгә ҡот ингән кеүек булды. Әммә һәр ваҡыттағыса Гөлдәрҙең иң күрә алмаған кешеһе - иҫерек ир килеп инде. Бер шешә көмөшкә тотоп алған ине. Белә Гөлдәр, көмөшкә таба алһа ла, эскәндән һуң ҡабырға бер нәмә лә булмай. Ә ата-әсәһе үҙ йүндәрен үҙҙәре күргән балаларының ҡаты-ҡотоһон тартып ала. Был юлы ла Матур инәһе биргән икмәк бысраҡ өҫтәлгә барып ҡунаҡланы.
Асыуынан, рәнйеүенән ҡыҙ шым ғына илай башланы. Сөнки тауышы нығыраҡ сыҡһа, туҡмаласағын яҡшы белә. Иртәгеһенә Гөлдәр, иҫереп йоҡлап ятҡан ата-әсәһен уятмаҫҡа тырышып, Матур инәһенә йүнәлде. Әммә ул өйҙә булмай сыҡты. Кәйефһеҙләнеп, ҡайғырып ҡайтып инде. Етмәһә, ата-әсәһе һаман да эсеп ултырыуын белә. Ҡустыһының илауҙан һыны ҡатып киткән, ә һеңлеһе: «Бер телем генә икмәк бирсе, әсәй!» - тип һыҡтай ине. Ошо хәлдән һуң ун бер йәшлек Гөлдәр өлкәндәрсә ҡәтғи ҡарарға килеп, мәктәп директорына йүнәлә. Һәм һеңлеһе менән ҡустыһын аслыҡтан, ата-әсәһенең туҡмағанынан ҡотҡарыуҙарын ялбара.
Судта балаларын ҡарамауҙа ата-әсә бер-береһен ғәйепләне. Ата: «Эшкә урынлашып булмай ҙа ҡуя - эш юҡ. Әлбиттә, балаларымды ҡарарға тырышам. Әммә ир кеше өйҙө йыуып, йыйыштырып бөтә аламы? Шуға күрә өйөбөҙ ҡотһоҙ, бысраҡ. Ҡатыным эсә, аҙна-ун көнләп ҡайтмай. Балалар өсөн ҡаралған аҡсаны эсеп бөтә», - тип йәлләүес тауыш менән һөйләне
Ҡатыны, киреһенсә, бар ғәйепте иптәшенең өҫтөнә ауҙарҙы. «Ул ғына балалар пособиеһы ҡайҙан етһен?! Уларҙы бит ашатырға ғына түгел, кейендерергә лә кәрәк. Аталары, эшкинмәгән, эсеп тик йөрөй. Әсәлек капиталы тип яу һалалар, уның бер тинен генә күрһәксе, исмаһам… Йәш ғаиләләргә ярҙам тигән нәмәне лә тойғаныбыҙ юҡ. Мин бер үҙем нисек өй йыйыштырып та, балаларҙы ла ҡарап өлгөрәйем?» - тип яр һалды. Өйҙәрендә тәҙрә ҡорғандарының йыртылып тороуы, иҙәм-түшәмдең, йыуылмауы арҡаһында, ниндәй төҫтә икәнлеген билдәләп тә булмауы әсәнең иҫенә, әлбиттә, төшмәне. Был ир һәм ҡатын ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителде.
Күҙ алдымда Гөлдәрҙең моңһоу ҡарашы. Уға хәҙер икмәк эҙләргә, хәйерселәргә түгел. Өҫтөндә таҙа, матур кейем. Өс бала ла йыуындырылған, йөҙҙәренә нур йүгергән төҫлө. Әммә ҡыҙҙың һағышлы күҙҙәре тынғы бирмәй. «Нимә булды, һылыу? Ауырыйһыңмы әллә?» - тип өндәшәм. «Юҡсы, - тине ул. - Әсәйем менән атайымды йәлләйем”. Тын ғына әйтелгән был ябай һүҙҙәрҙең тетрәндереүе! Туҡмалыу, ыҙа сигеү, ас йәшәү баланың йөрәгендә нәфрәт уята алмаған. Тик беҙ, өлкәндәр генә, ошо аҡ, саф күңелдәргә хыянат ҡылып, күпме яҙмыштарҙы һәләк итәбеҙ. Шоңҡар журналынан.